Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2019, 10:00

Ванганың әйткәндәре ысынбарлыҡҡа ашырмы?

2012 йылдың 21 декабрендә донъя бөтөүен күҙаллағайнылар. Аллаға шөкөр, һаман йәшәп ятабыҙ әле. Оҙаҡламай 2020 йылға ла аяҡ баҫасаҡбыҙ. Бөйөк Ванга икенсе йылға нимә вәғәҙәләне икән?

Ванганың күп күҙаллауҙары ысынбарлыҡҡа әйләнеүен дауам итә. Уның юрауҙарына ҡарағанда, 2020 йылдың тәүге ярты йыллығында донъяла глобаль иҡтисад көрсөгө буласаҡ. Шулай ҙа Рәсәй быны еңеп сығасаҡ. Өр-яңы йылда ҡояш әүҙемлеге арҡаһында тәбиғи һынылыштар булырын, йәйҙең ҡоро килерен дә алдан күргән. Ә халыҡ-ара эштәрҙә уңыш көткәнен юрай. Әгәр ҙә Ванганың һүҙҙәре дөрөҫ булһа, Украинаны бик етди ваҡиғалар көтә. Уларҙың күптәре дәүләттең киләсәген билдәләүҙә ҙур роль уйнаясаҡ. Киләһе йылдың аҙағында Киев менән Мәскәү араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәт йылылығы күренә. Рәсәйҙә ниндәйҙер яңы нәмә барлыҡҡа килерен дә әйтеп ҡалдырған. Ниндәй мөғжизә буласағы билдәһеҙ, ул бөтә донъя үҫешенә нигеҙ һаласаҡ, тигән.
2020 йыл етеүгә лә күп ҡалманы. Ванганың әйткәндәре тура килерме? Уныһын инде өр-яңы йылда белербеҙ.
Читайте нас в