Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Декабрь 2019, 00:30

Салауатта ― тәүге "Үҫеш биләмәһе" форумы

Салауатта "Үҫеш биләмәһе" тәүге республика йәштәр форумы үтте. Был сарала 1 мең 200-ҙән ашыу IX синыф уҡыусыһы ҡатнашты. Алдағы йылдан бындай форумдар башҡа район-ҡалаларҙа ла уҙғарыласаҡ.

― Бөгөн бында әүҙем, алдынғы туғыҙынсы синыф уҡыусылары йыйылды. Был форум һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булыр, ниндәйҙер яңылыҡтар асыр, тигән өмөттәбеҙ, ― тине тантананы асып республика Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова.
Бында шулай уҡ Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Салауат ҡалаһының хакимиәт башлығы Динар Халиҡов сығыш яһаны. Республикабыҙҙың йыр һәм бейеү коллективтары сығыштарын да һәр кем яратып ҡараны.
Форумдың эше биш белем биреү платформаһында дауам итте. Һәр береһендә оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр һәм эксперттар менән осрашыуҙар ойошторолдо.
"Һәр кем еңә ала" физкультура-спорт платформаһы 10 спорт йүнәлеше буйынса эшләһә, "Лидер траекторияһы" һөнәри һәм шәхес үҫешенә арналды. "Сәнғәт тормош стиле кеүек" мәҙәни-ижад платформаһында биҙәү-ҡулланма ижад, халыҡ кәсептәре менән танышырға мөмкин ине. Бында ҡыҙҙар һәм егеттәр эксперттар менән ижад һәм сәнғәт тураһында фекер алышты. "Дөрөҫ хайп" медиа платформаһында туғыҙынсылар яңылыҡтар әҙерләү, тележурналистика, блогер булыу серҙәренә төшөндө. "Интеллект көсө" фәнни-ижади платформаһында фәнни оҫталыҡ дәрестәре, квестар уҙғарылды.
Йәштәр республика форумы "Башҡортостан ― үҫеш биләмәһе" идея-мәғәнәүи платформа менән тамамланды.
#ТерриторияРоста
#ТерриторияРостаСалават
Читайте нас в