Республикабыҙҙың һәм Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы йылында «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмында төп ролде башҡарған был малайҙы барыбыҙ ҙа яраттыҡ. Төрлө яҡлап һәләтле булыуына һоҡландыҡ. Күҙ теймәһен инде Арыҫланға! Республиканың, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия театрының юбилей тантаналарында ла танылған сәнғәт оҫталары менән бергә алып барыусы булараҡ ҡатнашты. Мостай Кәримгә арналған документаль фильмда шағирҙың бәләкәй сағын уйнаны. «Һеңлекәш» фильмы яулаған бүләктәрҙе алырға төрлө фестивалдәргә барҙы. Күпме интервью бирҙе!
I синыфта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, өлкәндәрсә фекер йөрөтә белгән был етди малай Ҡыш бабайға ышана микән?
– Арыҫлан уға ышана, әлбиттә. Беҙгә йыл һайын Ҡыш бабай килә. Улым ноябрҙә үк үҙенең ниндәй бүләк алырға теләүе тураһында хат яҙа. Ҡыш бабай уның хыялдарын тормошҡа ашыра. Әле лә был тылсым эйәһенең килеүен көтәбеҙ, – тине әсәһе Гүзәл Ҡырымсурина.
Арыҫланға алдағы йылда ла уңыштар теләйбеҙ!