Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март 2020, 17:25

Ғәрип булып ҡалыусылар күп

Беҙгә ғүмер бүләк иткәндәр икән, яҡты донъяға ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә кәрәк.

Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъяла үҙ-үҙенә ҡул һалыу тигән бик яман төшөнсә бар. Үҫмерҙәр араһында ла осрауы борсоуға һала. Шуныһы билдәле: 10 осраҡтың 9-ында тиерлек кеше ғүмерлеккә ғәрип, ауырыу булып ҡала, эпилепсия менән сирләй. Күптәр ҡылған ҡылыҡтары өсөн үкенә лә бит, әммә һуң була шул. Мәҫәлән, бер егет юҡ ҡына нәмәгә иҫе китеп, бейектән һикерә, бәхетенә күрә, иҫән ҡала, өс ай дауаханала ятып сығырға тура килә. Сатан булып ҡала, тағы әллә күпме сиргә дусар була. Элек футбол уйнаған, тик хәҙер был турала хыялланырға ғына ҡала. Иҫән ҡалыуына ҡыуана, әлбиттә, үҙен ахмаҡ тип әрләй. Нисек Хоҙай биргән, атай-әсәйең бүләк иткән ғүмерҙе ҡыймаҡ кәрәк?! Тормошта төрлө һынауҙар осрап тора. Бирешергә ярамай. Сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдары барыбер табыла. Бик ауыр булһа, тәүлек әйләнәһенә Бөтә Рәсәй берҙәм балалар ышаныс телефонына шылтыратырға мөмкин: 8-800-2000-122. Аноним рәүештә.Тәжрибәле белгестәр мотлаҡ һиңә ярҙам итәсәк.
Читайте нас в