-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2020, 18:34

Ҡытайҙа бесәй һәм эт итен тыялар

Ҡытайҙың ШэнЧжэнь ҡалаһында эт һәм бесәй итен ашауҙы тыйғандар. Был турала BBC News хәбәр итә.

Ғалимдар әйтеүенсә, SARS-COV-2 ҡырағай хайуандар һәм ярғанат итенән килеп сыҡҡан. Шуға ла ил етәкселеге күп кенә ҡырағай хайуандар итен ашауҙы тыйған. Әле бына эт һәм бесәйҙәргә лә сират еткән. Беҙгә был турала ишетеүе әллә нисек булһа ла, ҡытайҙар һирәкләп ҡулланған икән. Әстәғәфирулла, тәүбә. Ҡанун 1 майҙан үҙ көсөнә инә, тиҙәр.
Читайте нас: