Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Апрель 2020, 16:32

Төшөнкөлөккә бирелмәйек

Бынау матур яҙ көндәрендә өйҙән сыҡмай ултыр инде... Әммә шулай кәрәк.

Белем усаҡтары ябыҡ. Коронавирус арҡаһында уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға өйҙәрендә ҡалырға тәҡдим ителде. Уҡытыу дистанцион технологияларҙы ҡулланып алып барыла. Балаларға ла, өлкәндәргә лә еңелдән түгел. Яңыса уҡыу, өй шарттарында белем алыу ҙур яуаплылыҡ та талап итә. Көн режимы ла, йәшәү рәүеше лә үҙгәрҙе.
Иртәгеһе көндө алдан уҡ планлаштырып ҡуйыуың яҡшыраҡ. Ниндәй дәрестәр буласаҡ, беренсе сиратта нимәгә күберәк иғтибар бүлергә? Иртән тороп, үҙеңде, бүлмәңде тәртипкә килтерергә, сәй эсеп алырға, смартфоныңды ҡулыңдан төшөрмәй, синыфташтарыңдың ватсаптағы төркөмдә бер туҡтауһыҙ яуҙырған хәбәрҙәрен уҡып өлгөрөргә, шул арала атай-әсәйҙәр төркөмөнән дә файҙалы мәғлүмәттәрҙе белеп торорға кәрәк. Ярай әле, һин ғаиләләге берҙән-бер уҡыусы булһаң, ә өсәү булып, бер компьютерға сират көтөп ултырырға тура килһә? Хәйер, уҡытыусылар был хаҡта белеп торалыр һәм дистанцион белем биреүҙең бүтән формаларын да ҡулланалыр, ватсап, «Бәйләнештә» селтәре аша ла эшләйҙәрҙер.
Тәүге дәрестәр үтте, өйгә эштәр ҙә бирелде. Кем онлайн-дәрес буйынса конференцияға инә алмаған, кем «сығып осҡан», яңы тема буйынса бер ни ҙә аңламай ҡалды, әлбиттә. Атай-әсәйҙәр, видеодәрестәр ярҙамында иптәштәрҙе ҡыуып етергә кәрәк. Өйгә эштәрҙе ваҡытында үтәп, уҡытыусыға ебәреп тормаһаң, өйөлөп китәсәк. Киләһе аҙнанан «икеле» лә сәпәй башларҙар әле.
Коронавирус бөтә донъяны хәүеф аҫтында тота. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәйек, дуҫтар. Көн һайын ялға, күңелебеҙгә ятҡан матур шөғөлдәргә лә ваҡыт бүлеп, үҙебеҙгә шатлыҡлы мәлдәр бүләк итәйек. #домаяҡшыраҡ
Читайте нас в