+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июнь 2020, 18:10

"Йәшенмәк"кә башҡорт малайы кәрәк!

Өфөлә "Башҡортостан" киностудияһы булышлығында "Йәшенмәк" проекты өҫтөндә эш башланды. Был – дүрт ҡыҫҡа метражлы фильмдан торған киноальманах. Фильмдарҙа мәңгелек темалар күтәрелә. Улар – бала саҡ, атай һәм бала, тәрбиә һәм үҫеш, кешенең донъяға мөнәсәбәте.

"Йәшенмәк" киноальманахы авторҙары – Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Никита Михалковтың Кино академияһын тамамлаусылар. Проекттың художество етәксеһе – Рәсәйҙең халыҡ артисы, кинорежиссёр, сценарист Владимир Хотиненко.
Фильм гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа төшөрөләсәк. Ошо фильмда төшөү өсөн 5 - 8 йәшлек башҡорт малайы эҙләйҙәр. Кемдәрҙең таланты бар, рәхим итегеҙ! Анкетаны [email protected] почтаһына ебәрергә кәрәк.
Читайте нас: