Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июль 2020, 17:01

Һатылған бала саҡ

Үкенескә ҡаршы, сит илдәрҙә генә түгел, Рәсәйҙә лә балалар менән һатыу итеү бара. Уҙған быуатта балаларҙы нисек һатҡандар? Ошо һылтанма буйынса белерһегеҙ

С. МИЛИН.
Һыуыҡтан ҡалтыранып, сержант Эмилио Катто тағы биноклдән ҡарарға тотондо. Ул офоҡҡаса ҙур бер һарыҡ көтөүе һымаҡ таралып ятҡан, томан менән ҡапланған ҡалҡыулыҡтарға текләне. Сержанттың йәне көйҙө. Тәнде өтөп барған һалҡында ниндәйҙер бер ун ике йәшлек маңҡа өсөн ҡалҡыулыҡтан ҡалҡыулыҡҡа сабып йөрө инде. Тикшереүсе Никола Магроне арҡаһында ғына эт күрмәгәнде күреп йөрөй ул. Шул тикшереүсе бит инде оло бер суд процесы башлап ебәрмәксе. Бында, Көньяҡ Италияла, бала-сағаны ғүмер буйы көтөүселеккә һаттылар һәм һатасаҡтар ҙа.
Ләкин мәғлүмәттәрҙең яңылыш булып сығыуын, һарыҡсылыҡ эше менән шөғөлләнеүсе Ла-Муршаға ата-әсәһе илле мең лирға һатҡан ун ике йәшлек көтөүсе Нигро Рокконың бында юҡлығын начальствоға әйтергә сержанттың йөрәге етмәне. Идеалист Магроненың малайҙы эҙләргә үҙе тотоноуы һәм уны табыуы бар. Ул саҡта бәхетһеҙлеккә тарыуыңды көт тә тор.
Тикшереүсе Никола Магроне «Сетти джорни»ҙа бәләкәй малай һәм ҡыҙҙарҙың ҡот осҡос шарттарҙа ауыр эштәр эшләүе хаҡында яҙылғандарҙың Италия өсөн көн үҙәгендә мәсьәлә икәнлеген яҡшы аңлай ине. Эшләгән балаларҙың һаны 500 меңдән дә кәм булмауы иҫәпләп сығарылған. Апулияла улар емеш-еләк йыя, йәшелсәне йәшниктәргә тултыра. Неаполдә төҙөлөштә ташсы булып эшләй. Римдә ҡунаҡханаларҙы хеҙмәтләндерә. Төньяҡта юл эштәрендә ҡатнаша. Италия гәзиттәре, ун дүрт йәшлек Микеле Колоннаның үҙ-үҙенә ҡул һалыуы тураһында яҙғанда, башлыса көтөүсе малайҙың үҙен-үҙе ниндәй юл менән үлтереүенә иғтибар иттеләр. Ә ни өсөн был фажиғә килеп сығыуы тураһында бер һүҙ ҙә яҙманылар. Бары тикшереүсе Никола Магроне ғына был бәхетһеҙлектең сәбәбен асыҡланы.
...Карталағы итальян итегенең үксәһендә, Бариҙан утыҙ миль алыҫлыҡта, боронғо Альтамура ҡалаһы урынлашҡан. Ул башҡа ҡалаларҙан әллә нимәһе менән айырылмай: шул уҡ собор, күп замандар тороп ҡарайған таш йорттар. Бында ҡырҡ биш мең кеше йәшәй. Шуларҙың ун өс меңе эш таба алмай йонсой. Йылына бер тапҡыр, дини байрам көнөндә, ун бишенсе августа Альтамурала йәнлелек башлана. Туҙан баҫҡан «Фиат»тар, йөк машиналары, иҫке автофургондар юл буйлап ҡала яғына ашыға. Был көндө Альтамураның дини йолаларҙы башҡара торған үҙәк майҙанында «ҡыҫҡа ыштанлылар баҙары» үткәрелә. Унда һигеҙ йәштән алып ун өс-ун дүрт йәшкә тиклемге малайҙар... һатыла. Элегерәк һатыу-алыу асыҡтан-асыҡ була торғайны. Һатыусылар «тауар»ҙы ҡысҡырып-ҡысҡырып маҡтай, ә һатып алыусылар буласаҡ «ҡол»доң беләктәрен әйләндереп-әйләндереп ҡапшай, йә булмаһа, уны һауаға сөйөп ҡарай (ауырлығын тикшерә, контракттың ваҡыты сыҡҡансы, аяҡ һуҙып ҡуймаһын). Ата-әсәһе менән килешеү төҙөй.
Заман ағышы үҙенекен итә. «Прогресс» Альтамураға ла килеп етте. Үҙәк майҙандағы собор йәнәшәһенә «фонтан» – ҡәҙимге һыу сәсрәткес колонка ҡуйылды. Тик әлеге дини байрам көнөндә генә асылған был ҡоролма бында матурлыҡ өсөн дә, һауаны сафландырыу өсөн дә ултыртылмаған. Ә бары «тауар» һатыусылар ҡояшта сарсап торғанда, улар туйғансы һыу эсһен өсөн генә ҡуйылған. Сөнки уларҙың һыу һатып алырға ла аҡсалары юҡ. Бына шуға күрә лә инде ҡаланың хужалары уларға муниципалитет иҫәбенән ярҙам итергә ҡарар иткән.
«Ҡыҫҡа ыштанлылар баҙары»нда булған икенсе үҙгәреш ун бише йәше етмәгән үҫмерҙәрҙе эшкә яллауҙы тыйырға, тигән закон сығыу менән бәйле. Был закондың ҡабул ителеүендә, ихтимал, 1970 йылда Италияла бөтә донъяға билдәле педагог Монтессориҙың 100 йыллыҡ юбилейы киң билдәләнеү төп ролде уйнағандыр. Ә Рим менән Перуджала халыҡ-ара конгрестың «Хәҙерге донъяла балаларҙы тәрбиәләү проблемаһы» тигән темаға ултырыштары уҙғарылды. Теләйһеңме, теләмәйһеңме, ғәҙәти булмаған баҙарҙы аҙыраҡ үҙгәртергә тура килде. Хәҙер ҡол һатыусылар менән һатып алыусылар араһында һөйләшеү шул уҡ майҙанда алып барылһа ла, иң һуңғы килешеү был майҙанға яҡын ерҙәрҙә төҙөлә. Әлбиттә, һатып алыусы малайҙы, яҡындағы бер урамда ҡалдырған машинаһына индереп, ҡарап, уның яраҡлығына ышанғас ҡына, һөйләшеүгә нөктә ҡуйыла.
Бына ошо баҙарҙа Микеле Колонна тәү тапҡыр һатыла. Ул ваҡытта малайға ни бары ун бер йәш тулған була. Микеле өсөн түләнгән хаҡ бик бәләкәй: 40 мең лир (ҡырҡ һумға яҡын) һәм һигеҙ килограмм сыр. Килешеүгә тәмәке магазинында шаһит – уның хужаһы алдында ҡул ҡуйған.
Бер йылдан һуң уны тағы һатып ебәрәләр. Фермаһы Альтамуранан утыҙ миль алыҫлыҡта ғына булған Никола Бенедетте тигән кеше көтөүсе малайҙы 70 мең лир, һигеҙ килограмм сыр һәм бер бәрәс биреп алған. Ә киләһе йәйгә уны йәнә һаталар. Был юлы малай өсөн хаҡ күтәрелә төшә: 125 мең лир, ун килограмм сыр, бер машина утын, ун ике литр зәйтүн майы һәм ун килограмм тоҙ. Микеле Колоннаны өлкәләге иң бай «барон» һатып ала. Ул малайҙан бик ҡәнәғәт була. Шуға күрә, тағы ла 35 мең лир өҫтәп, икенсе йылға ла килешеү төҙөй.
Бәхетһеҙ Микеле Колонна билдәләнгән ваҡытҡа тиклем эшләй алмай; өс айҙан һуң, үҙенең ғаиләһен – ата-әсәһе менән ике ағаһын һуҡыр бер тинһеҙ ҡалдырып, үҙенә-үҙе ҡул һала. Дөрөҫ, уның атаһы ла, әсәһе лә тикшереү барышында малайҙың үҙен-үҙе үлтереүенә ышанмауҙарын әйтә. «Уны үлтергәндәр», – тип ҡабатлай улар.
Нисек кенә тырышмаһын, тикшереүсе Никола Магроне ысынында был малай менән нимә булғанын асыҡлай алмай. Уның ҡарауы, тикшереүсе ҡоллоҡҡа һатылған үҫмерҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүен энәһенән ебенә тиклем белеүгә ирешә. Малай ике йөҙ һарыҡ ҡарай. Ул иртәнге сәғәт өстә тора ла етегә тиклем һарыҡ аҙбарын таҙарта. Унан ҡараңғы төшкәнгә тиклем һирәк-мирәк үлән үҫкән ҡалҡыулыҡтарҙа көтөү көтә. Әйләнеп ҡайтҡас, һарыҡтарҙы – бөтә ике йөҙөн дә – һауып сығырға кәрәк. Бары ошонан һуң ғына малай һарыҡ аҙбарында серем итеп ала. Етмәһә, ҡараҡтарҙан ҡурҡып, хужа аҙбарҙы төнгөлөккә бикләп ҡуя. Малай аслы-туҡлы йәшәй: иртәнгелеккә бер киҫәк икмәк, кискелеккә бер сеүәтә макарон.
Һарыҡ аҙбарында тәҙрә-маҙар булмай. «Тәҙрәнән берәйһе инеп ҡуйыуы бар бит», – тип әйтә хужа. «Саф һауа инеү өсөн» түбәлә генә бер тишек уйылған. «Юҡһа, һарыҡтарға тынсыу булып ҡуйыуы бар». Һалҡыны елеккә тиклем үткән елдә көнө буйы йөрөгәндән һуң, ут яғып йылынып алһа, яҡшы булыр ине лә бит. Юҡ, хатта ҡышҡы айҙарҙа ла Колоннаға аҙбарҙа ут яғырға рөхсәт итмәйҙәр. «Һарыҡтарға ял кәрәк тәбаһа, ә ут уларҙы өркөтөп ҡуйыуы бар», – тип әйтә тикшереүсе Магронеға көтөүсенең хужаһы. Ике айға бер тапҡыр «барон» малайҙы өҫтөн алмаштырһын һәм аҙыҡ алып килһен өсөн өйөнә ҡайтарып ебәрә. Ғаилә иҫәбенән алынған аҙыҡ килешеүҙә махсус рәүештә ҡаралған була.
Судта – әйткәндәй, был – Италия тарихында балалар хемҙәтен тыйыу тураһындағы закон нигеҙендә үткәрелгән тәүге процесс – Микеле Колоннаның элекке хужаларын туғыҙ адвокат яҡлай. Юҡ, улар тикшеренеү һөҙөмтәһендә асыҡланған факттарҙы кире ҡаҡмай, әммә, ауылдағы эш балалар өсөн бары файҙалы ғына, тип иҫбатларға маташа. Малайҙар көнө буйы саф һауала булалар, йәнәһе. Ҡалалағы һымаҡ, бында наркоман булып китеү ҡурҡынысы юҡ. Ҡала урамындағы әүрәткес нәмәләр артынан ҡыуыу өсөн, енәйәт эшләп, аҡса табырға ла кәрәкмәй. Йомғаҡлап әйткәндә, ауылдағы тормош балаларҙы алдашырға һәм ҡомһоҙлоҡҡа өйрәтмәй, йәнәһе.
Бынан тыш, ти ҙур күтәренкелек менән адвокаттарҙың береһе, малайҙарға һарыҡ көтөүҙең ни зыяны бар? Был бит – ни бары юҡты бушҡа ауҙарыу. Бәләкәс көтөүселәр бик иртә тора, тиһегеҙме? Һуң бит бөйөк Гарибальди ҙа иртәнге сәғәт икелә эш башлаған. Шулай булғас, малайҙарға унан өлгө алаһы ғына.
Судты бындай дәлилдәр тулыһынса ышандыра алманы. Ун дүрт йәшлек Микеле Колоннаның элекке хужаларына, балиғ булмағандар менән насар мөғәмәлә иткәндәре өсөн аҡсалата штраф түләтергә йәки иркенән мәхрүм итергә, тигән хөкөм сығарылды.
...Суд булып үтте, ләкин Альтамураның үҙәк майҙанында «ҡыҫҡа ыштанлылар баҙары» ҡалды. Байрам көндө унда халыҡ элеккесә ағыла. Улар ҡайнар ҡояш аҫтында бер генә эш – кескәй «ҡол»дарҙы һатыу-алыу менән мәшғүл. Һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа собор күләгеһендә ҡояштан ҡасып торған карабинерҙарҙан йәшеренмәй.
...Сержант Эмилио Катто юҡҡа ғына өлгөлө карабинер булып иҫәпләнмәй икән. Ҡояш томан пәрҙәһе аша күренгәс тә, ул һоро таштар араһнда кемдеңдер йөрөүен күреп ҡалды.
«Пинетта»ла, таштарҙан һалынған һалам түбәле хижинала, сержант һорау ала башланы: был малайҙы кем, ҡасан, ҡайҙа һатып алған?
Малай һыуыҡтан ҡутырлап, ярғыланып бөткән ҡулдарын тырнап тырнаны, ҡурҡыуынан бер нәмә лә өндәшмәне...
Карабинерҙар сержанты Эмилио Каттоның башына шундай уй килде: бәлки, ошо Нигро Рокко үҙе һымаҡ көтөүсе Микеле Колоннаның ни өсөн үлеүе тураһында тикшереүсе Никола Магронынан күберәк беләлер, шуның өсөн өндәшмәйҙер...
Фотолар: https://photosight.ru, http://nevsedoma.org, https://ru.depositphotos.com сайттарынан алынды.
Читайте нас в