+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Октябрь 2020, 14:13

Күңел иле, тиҙәр, һине, Абхазия!

Быйылғы кәбисә йылы мәрхәмәтһеҙлек күрһәтеп, халыҡҡа коронавирус ауырыуы килтерҙе. Йәш ғаиләләрҙең бала-сағалары менән ҡайҙалыр барып ял итеп, көс йыйып ҡайтыу теләктәрен юҡҡа сығарҙы. Ошондай күңелһеҙ шарттарҙа көн иткәндә, ҡасан туҡталыр икән был афәт, тип көйөнәбеҙ, ауырыу­ҙарҙың тиҙерәк һауығып сығыуҙарын теләйбеҙ. Ҡасандыр йәйҙең йәмле көндәрендә сит яҡтарға барып, донъя күреп йөрөгәнебеҙҙе хәтерләйбеҙ. Бына ошондай хәтирәләремдең береһен ҡағыҙға төшөрөп ҡуйғанмын да байтаҡ йылдарға онотҡанмын. Оло уҡыусыларҙы ғына түгел, бәлки, үҫмер балаларҙы ла ҡыҙыҡһындырыр, тигән уйҙан яҙмамды гәзиткә тәҡдим итәм.

Ошо илаһи, иҫ киткес ил тураһында бик күп ишеткәнем дә, уҡығаным да бар ине. Был хаҡта талантлы яҙыусы Константин Паус­товский үҙенең бер публицистик китабында бәйән иткән, күп кенә башҡа журналистарҙың да һоҡланғыс яҙмалары бар. Күптәр маҡтаған ошо илде үҙ күҙҙәрем менән күрһәм ине, тип хыялландым.

Минән алда ғына улым Фәрит шул яҡтарҙа булып ҡайтҡайны.

– Ундай уйың булғас, әсәй, әйҙә, йөрөп ҡайт, һине ҡаршы алырҙар, торор урының да булыр, мин һөйләшеп ҡуйырмын, – тип дәртләндерҙе. Улым да уйымды ҡеүәтләп тор­ғас, ниәтемде тормошҡа ашырырға булдым.

Аллаға шөкөр, теләгем ҡабул булды – Абхазия иленә сәйәхәтем башланды. «Өфө – Адлер» поезынан төшкәс тә тирә-яғыма ҡаранып алдым. Мине ҡаршы алырға тейештәр ине, күп тә үтмәне, аҡ костюм кейгән ҡарағусҡыл йөҙлө бер егет алдыма килеп баҫты:

– Һеҙ Фәриттең әсәһеме? – тип һораны ул.

– Эйе, – тигәс тә ҡулымдағы әйберемде алды ла үҙе артынан эйәртте.

Беҙ туҡталышҡа йүнәлдек. Автобуста күпмелер барғандан һуң «Казачий рынок» тигән урынға килеп төштөк. Унда баҙар ҡайнап тора, бал ҡорттары тиер­һең, барыһы ла гөж килеп һатыулаша, ала, үлсәй, ҡарай. Шуныһына иғтибар иттем – ҡара күлдәкле ҡатын-ҡыҙҙар күп күренде, улар тоҡлап ярма, шәкәр, он һәм башҡа аҙыҡтар алып ҡайтырға килгән, улар ҡайҙан, тип һорағас, Гагранан, Пицунданан, тип яуапланы Артур исемле яңы танышым. Ул тауыҡтарға бойҙай алам, тип үҙе лә икенсе яҡҡа ыңғайланы. Бер ҡулына – бойҙай тоҡсайы, икенсе ҡулына минең сумканы тотоп атлап барғанда уға:

– Һеҙгә ауыр булыр бит, бирегеҙ, йөгөмдө үҙем күтәрәйем, – тигән булам.

– Ике ҡулда ла йөк тигеҙ булһа, еңелерәк була ул, ял итеп барығыҙ, – тигәс, баш­ҡаса ныҡышманым.

Ғәжәп итәғәтле, ярҙамсыл кеше булып сыҡты был егет. Юл буйына ике яҡлап тимер рәшәткәләр менән уратылған юлдан – сик аша үттек, халыҡ ағымы туҡтау­һыҙ килә. Ҡайһы саҡта өйөлөшөп, тығылышып китәләр, сөнки аҙыҡҡа килгән халыҡтан башҡа биниһая ял итергә килгәндәр ҙә етерлек бында. Йөк ташыу­сы кешеләр ҙә күп, улар ҙа аҡса эшләп ҡалырға тырышып, ялға килеүселәр янында урала, әйберҙәрен йәһәт кенә бәләкәй арбаларына һалалар ҙа этеп алып китәләр. Сик аша үткәндә паспортты тикшерәләр, уны уҙғас, тағы ла автобусҡа ултырҙыҡ. Ул беҙ­ҙе Гагра ҡалаһына елдертеп алып та китте. Автобус тәҙрәһенән тирә-яғыма күҙ һалып барам. Бына ҡайҙа ул ысын матурлыҡ донъя­һы! Диңгеҙ һәм мәңге йәшел ағастар, тауҙар һәм тынды ҡурырҙай эҫе һауа. Матурлыҡ күрергә теләй­һең икән, эҫеһенә генә түҙерһең, тип үҙемде йыуатып ултырам эстән генә.

Гагра урамынан үткәндә бер туҡталышта төшөп ҡалдыҡ. Лавр япраҡлы ҡыуаҡтар эргәһенән тау үрендәрәк урынлашҡан өйгә йүнәләбеҙ. Бында Артурҙың ата-әсәһе йәшәй икән, мин, алдан килешкәнсә, ошо йортта ҡунаҡларға тейеш булып сығам. Имен-аман килеп етеүемә ҡыуанып, яңы танышыма рәхмәттәр күндерҙем. Ят урында тәүҙәрәк нисектер уңайһыҙланыу кисерһәм дә, тора-бара күнегелеп тә кителде. Үҙең йәшәгән ерҙән айырылып, икенсе мөхиткә юлығыуың тәүҙә юҡһындырғыс тойғоларға тарыта, тирә-яғыңда таныш йөҙҙәр, таныш тауыштар ишетелмәгәс, ҡыйыныраҡ булып тора, әммә нисек булмаһын, мин Гаграла, үҙем күрергә хыял­лан­ған Абхазияла йөрөп ятам, сикһеҙ бәхетле минуттар кисерәм...

Гагра урамының бер яғында – бейек-бейек тау­ҙар, икенсе яғында – йорттар һәм йымылдап ятҡан зәп-зәңгәр диңгеҙ. Һис арттырыу юҡ, ысындан да шулай. Иртәнсәк уның янына килеп торһаң, йод еҫе аңҡып тора, еҫе танауға бәрелә, ә һауаһы... Уны аңлатып булмай, уны һулай­һың ғына... Диңгеҙ эргәһе эреле-ваҡлы төрлө таштар менән тулған. Ә арыраҡ уның ярында эвкалипт ағас­тары тирә-яҡҡа һиллек биреп ултыра, кешеләргә күләгәһендә ифрат та рәхәт, һалҡынса ғына еләҫлек бирә. Һауа температураһы бында 30 градустан да артып китә. Урамға сыҡһаң, ялҡынлы эҫелек биткә яғылып өлгөрә, шуға күрә диңгеҙҙә ҡыҙынырға сәғәт ун берҙәргә тиклем мөмкин, тиҙәр, унан инде дүрттәргә тиклем эҫелек иң юғары нөктәһенә күтәрелә, һуңыраҡ биш-алтыларҙан башлап 8 – 9-ҙарға тиклем тағы ла ҡояш нурҙарында ятыр­ға мөмкин. Әммә уның нурының да кешегә зыян килтереүе бик ихтимал, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа магнит ҡойондары көсәйгән мәлдәрҙә...

Бер нимәгә ҡарамай, олоһо ла, кесеһе лә йәй­ҙең иң йәмле, йылы көндәрендә ялдарын файҙалы итеп, күңелле үткәрергә ниәтләнеп килгән: ана, ба­ла-саға сыр-сыу килеп ярға яҡын ғына урында супырлаша, йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар алыҫҡараҡ йөҙөп китә, баштары ғына бер ҡалҡып, бер юғалып ҡала...

Тын ҡурырлыҡ эҫенең саҡ ҡына һүрелеүен көтөп, яр буйында ултырам. Ҡапыл сырт-сырт иткән тауышҡа әйләнеп ҡара­һам, эвкалипт үҙенең ҡайы­рын һыҙырып төшөрә икән, ә был урын ап-аҡ булып ҡалған. Аҙаҡ эвкалипттың был төрөнөң оятһыҙ эвкалипт тип аталғанын белдем. Яр буйындағы эреле-ваҡлы кафелар янында ҙур-ҙур япраҡтарын йәйеп, пальмалар маһайып ултыра, был ағастар бөтә урам­ға байрамса төҫ биргән кеүек.

Ҡара йәшел төҫтәге ҙур йылтыр япраҡлы магнолияның сәскәлә ултырған мәлен күрергә насип булды. Үҫемлектәрҙең, ағастар­ҙың ниндәй генә төрө үҫмәй бында! Хуш еҫле сәскәләренә иҫем китеп ҡарап торғанымды ла онотманым әле, оноторлоҡ түгел, тыу­ған яҡтарға ҡайтҡандан һуң да әллә күпме ваҡыт күҙ алдынан китмәй ыҙалатасаҡ әле шул күренештәр...

Мин торған йорттоң хужалары – ирле-ҡатынлы әрмәндәр. Йорт хужаһы – һөнәре буйынса агроном. Хужабикә Сильва Ова­несов­на – педагог, икеһе лә күптән инде хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, эшләп йөрөйҙәр. Ҡатыны – балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ә ире – «Энергетик» шифаханаһында агроном. Йорт хужаһының үҙ һөнәрен шул тиклем ныҡ яратыуын уның өй алдында үҫтергән емеш-еләктәренә ҡарап ҡына ла белергә мөмкин. Тимер сымдар менән тоташтырылып ҡу­йылған ишек алды үҙе тотош бер баҡсаға әүерелгән, түбәнән аҫылынып виноград, киви үҫә. Авокадо тигән емеш өй артындағы баҡсаларында икән, уны­һын мин күрмәнем. Баҡсала тағы ла беҙҙең ҡара миләшкә оҡшаған лавросейә тигән емештәре лә бар. Йорт хужаһының ошо емештән ҡайнатма яһағанын да күрҙем. Был эште үҙе ял иткән көндө – йәкшәмбелә башҡарҙы. Тәмләп ҡарағайным, беҙҙең ҡара миләш тәме килә. Ғәжәп уңған, тырыш кеше ул өй хужаһы. Бәләкәй генә пальма үҫемлектәрен дә үрсетеп ебәргән, уңайы тура килгәндә, уларын да һатыуға сығара (баҙарға алып бара). Өй алдында­ғы үҫемлектәренә иртүк тороп һыу һибә, тәрбиәләй, шунан һуң эшкә китә. Әйткәндәй, эшендә лә, шифаханала ла үҫемлектәр менән булыша. Өйгә ҡайт­ҡас, кисен тағы ла һыу һибеү, йомшартыу эштәре көтөп тора уны. Бына инде ысын мәғәнәһендә үҫемлектәргә, тәбиғәткә ғашиҡ йән, етмеш йәшенә яҡынлашып килгән кеше ярат­ҡан шөғөлө, һөнәре менән ҡәнәғәт...
Читайте нас: