Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Октябрь 2020, 16:33

Күңел иле, тиҙәр, һине, Абхазия!

Барлы-юҡлы ун көн эсендә әллә нәмәләр күреп тә, белеп тә бөтөп булмайҙыр. Шулай ҙа был ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә Абхазия еренә, уның кешеләренә ҡарата ихтирамым, хөрмәтем артты.

Бында абхаздарҙан башҡа әрмәндәр, гректар, урыҫтар ҙа йәшәй, ун-ун биш йылдар элек грузиндар ҙа ғүмер иткән, әммә туҡһанынсы йылдарҙағы һуғыштан һуң улар ҡалмаған. Ошо мәғәнәһеҙ һуғыштың эҙҙәре әле лә һаҡланған. Ҡара диңгеҙ ярында ғына бейек-бейек ҡатлы «Абхазия» ҡунаҡханаһы ватыҡ тәҙрәләре менән өңрәйеп тора, һуғыштың тере шаһиты һымаҡ, кешеләргә үпкә менән ҡараған кеүек... Башҡа ерҙәрҙә лә тыныс тормош ваҡытындағы өйҙәр эргәһендә тәҙрәләре зым-зыя селпәрәмә килгән буш йорттар ҙа өнһөҙ генә илағандай... Унда ла бит ҡасандыр кешеләр йәшәгән, ҡай­ғырған, шатланған, көйөнгән, һөйөнгән. Ундай йорттарҙы Гаграла етерлек һанарға булыр ине. Һуғыштың фажиғәһе был, шуның ҡәһәре...

Абхазияла йәшәгән, ғүмер иткән ябай хеҙмәтсәндәрҙең тырыш хеҙмәте, фиҙакәрлеге һоҡландырҙы мине. Һәр кемдең ҡулынан килгәнсә донъя көтөргә, бала-саға үҫтерергә, белем алырға, эшләргә тырышып йөрөгән көндәре.

Ял итеүселәргә шәхси кафеларҙа, ашханаларҙа тамаҡ туйҙырып сығырға була, хаҡтар башҡа ерҙәрҙәге кеүек «тешләшмәй», беҙҙең хеҙмәт хаҡы менән бында үҙең теләгәнсә ял итергә мөмкин. Абхазия тиклем матур ергә килгәс, экскурсияларға йөрөмәһәң, һис кенә үҙеңде ғәфү итеп булмаҫ ине, тим. Тик хаҡтары ни өсөндөр ҡиммәтерәк күренде – 350 – 400 һум тора, автобус экскурсиялары «Гагра – Сухум», «Гагра – Сочи» һымаҡ йүнәлештәргә лә саҡырып тора, күп кенә киоск эргәләрендә төрлө яҡтарға билет һаталар, теләгән яҡҡа юллан әйҙә!

Иң күренекле һәм билдәле ҡомартҡыларҙың береһе Яңы Афон мәмерйәһе һанала. Һис кисекмәҫтән ошо урынды барып күрергә уйланым һәм теләгемде тормошҡа ашырҙым. Тышҡы яҡтан уны һис тә мәмерйә тип уйламаҫһың, эсенә ингәс тә хәҙергесә бик матур итеп биҙәлгән фойеға юлығаһың, ялтырап торған мәрмәр иҙәндәр... Бер ишектән бәләкәй генә вагондарға инеп ултыраһың да мәмерйә эсенә юлланаһың, вагонсыҡтарҙан сыҡҡас, ҡап-ҡараңғы донъяға тап булаһың. Тимер күперҙәр буйлап (эргәһендә тимер тотҡалары ла бар) мәмерйәләр эсенә сәйәхәткә сығабыҙ, ике яҡтан да фонарҙар яҡтыртып тора. Ошо ер аҫты донъяһын күрергә теләүселәр бик күп булып сыҡты, ҡайһы берҙәре бәләкәй генә балалары менән килгән. Шул тиклем ҡур­ҡыныс булып китә иң тәүләп еүеш күпер­ҙәргә аяҡ баҫҡанда. Экскурсовод ҡатын һәр зал тураһында ентекле белешмә бирә бара. Еүеш һалҡын һауа бөтә мәмерйә эсен солғап алған, аҫҡа ҡараһаң, башың әйләнеп, ҡотоң осор, шуға күрә оҙаҡ ҡарамаҫҡа тырышып, алға табан атлайбыҙ. Һай-һай, берәйһе яңылыш ҡына аҫҡа төшөп китһә, һис тартып алырмын, тимә! Ҡайһылыр залында сталактиттар, сталагмиттарҙы күреп һоҡландыҡ, тәбиғәттә кеше аңы аңлата алмаҫлыҡ мөғжизәле күренештәр тыуып тора, беҙ күргәндәр ҙә тап ана шундайҙарға инәлер ҙә, тим. Хәтерем яңылышмаһа, мәмерйәлә туғыҙ зал тураһында һүҙ барҙы, шуның алтыһында булыу бәхете тейҙе беҙгә, ә ҡал­ған өсәүһе ни сәбәптәндер күрһәтелмәне, оҙаҡламай тағы ла яҡты донъяға сыҡтыҡ. Эй, ҡояшлы донъя! Һинән яҙырға яҙмаһын әле тере саҡта, мәмерйә кеүек ҡараңғылыҡта йәшәргә өлгөрөрбөҙ, ул донъя беҙҙән ҡасмаҫ... мәңгегә унда юлланғандар кире ҡайтмайҙар бит һис ҡасан да! Шулай бул­ғас, әлеге матур донъяның ҡәҙерен белеп, рухыбыҙҙы байытып, күңелебеҙҙе көрәйтеп йәшәргә лә йәшәргә кәрәк беҙгә. Фани донъяның ҡыҫҡалығын һәм үкенесле икәнен кем генә белмәй һуң?!! Шул саҡта ҡылт итеп Ғүмәр Хәйәмдең дүрт юллығы иҫкә төштө:

Үҙ иркеңдә түгел бөгөн – киләсәк ул,

Уй-ниәтең елгә осоп китәсәк ул.

Ғаҡлың булһа, һәләк итмә был мәлеңде,

Ҡалған ғүмер мәңге түгел, үтәсәк ул.

Бейек тау итәгендә ултырған өйҙәргә ҡарап, ғәжәпләнеүем, һоҡланыуым, ҡыҙыҡһыныуым тағы ла арта төштө. Шундай ҙа үргә ниндәй ҡөҙрәт менән төҙөлөш әйберҙәрен мендерҙеләр икән?! Ниндәй көс менән бына тигән өй һалып ултырттылар икән?! Барыһын да кеше аҡылы һәм кеше ҡулы эшләй ҙә баһа! Шул бейек тауҙарҙа, урмандар эсендә абхаздар умарта тотоп, солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнә әлеге көндә лә. Теләгән кешегә бар ерҙә лә эш бар, үҙең яратҡан шөғөлгә баҙнатың булһа, астан үлмәй кеше. Ошо йәһәттән йорт хужалары фәһемле бер ваҡиға тураһында һөйләне миңә. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән бер ғаиләнән ҡатыны умарталарҙы ҡарап тауҙа йәшәгән, ә ире бында, Гаграла, ҡалған. Һуғыш башланғанын да белмәгән ҡатын тыныслыҡ урынлашҡас, ҡалаға ҡайтһа, иҫе киткән. Йылдар буйына бына шулай донъя көтөп, булһын, тип йәшәй ябай хеҙмәтсәндәр. Ундайҙар Абхазияла ла, Башҡорт­останда ла, башҡа ерҙәрҙә лә етерлек. Аллаға шөкөр, кешенең йәшәүгә дәрте һүнмәгән, үҙ хеҙмәтенең тәмен татып ғүмер итеүҙән йәне биҙмәгән.

Ҡайтырға ваҡыт етер саҡта мин Абхазия балын күстәнәскә алып киткем килде. Ошо теләгемде ишеткәс, әрмән ҡыҙы Айгөл: «Башҡортостан балы йөҙ тапҡыр яҡшыраҡтыр, ул бит бар донъяға билдәле», – тиһә лә, мин үҙ һүҙемдә тороп, Абхазияның тауҙарҙа үрсетелгән ҡорт балын күстәнәскә алып ҡайттым. Күстәнәс күстәнәс инде, сит-ят ерҙәрҙең ризығы барыбер тәмлерәк һымаҡ күренә. Яҡындарым, туған-тумасалар ауыҙ итте абхаздарҙың балын, әлбиттә. Беҙҙең сәскә балына етмәй инде, шулай ҙа абхаз балы ла насар түгел, үҙенә генә хас тәме бар.

Эҫе көндәрҙә һыуһап йөрөгәндә мин магазиндарҙа, кафеларҙа «Ауадхара» тигән минераль һыуҙарының тәмен татыным. Үтә ҡиммәт булмаған был эсемлектең әллә нисәмә файҙалы сифаттары һаналған, ысындырмы-юҡмы, беҙ, ял итеүселәр, шул һүҙҙәргә ышанабыҙ һәм әлеге минераль һыуҙы эсеп йөрөнөк. Абхаздар­ҙың яратҡан ризыҡтары хачапури – сырҙан яһалған бәлеш. Уны ҙур итеп тә, бәләкәй итеп тә бешерәләр. Унан һуң мамалыга бутҡаһы. Ҡайһы бер абхаздар өйҙәрендә түгел, кафеға заказ биреп бешертә икән. Һәр илдең, унда йәшәгән халыҡтың үҙе яратҡан, үҙенә генә хас аш-һыу төрҙәре була. Беҙҙең башҡорт халҡының йылҡы итенән, уның майынан (ваҡлап турап эшләнә) яһалған ҡаҙыһы, тултырмаһы, бауырһағы, бишбармағы, туҡмаслы аштары, итле билмәндәре – милли ризыҡтары телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләнә.

Гаграла мин абхаздарҙың төрлө-төрлө милли аштарынан ауыҙ иттем, уларҙың ҡайһыларының исеме лә хәтерҙә ҡалмаған, һәр хәлдә, баҙар тулы емеш-еләк, төрлө ашамлыҡтар, йәнең теләгән ризыҡты һатып алырға мөмкин. Унда барып инһәң, танауыңды экзотик еҫтәр, бығаса белмәгән, күрмәгән тәмлекәстәр еҫтәре солғап ала.

Абхазияны абхазса Апсны тип йөрөтәләр, йәғни «күңел иле» тип атала ул. Исеменең есеменә тап килеүенә мин бында йөрөгәндә күңелем менән инандым. Уның ошо атаманы йөрөтмәүе мөмкин дә түгел. Абхазияның теш ҡамаштырғыс һыулы шаулап аҡҡан йылғалары, ҡара урмандар менән ҡапланып, күккә олғашҡан тауҙары, йөҙөк ҡашы һаналған зәңгәр күлдәре, тау ҡыуышлыҡтарынан, ер аҫтарынан ағып сыҡҡан минераль һыуҙары – барыһы ла «Күңел иле»нең байлыҡтары һәм һайыҡмаҫ хазинаһы ла ул. Был байлыҡтар һәм хазиналар бөтмәһен, кәмемәһен өсөн абхаздарға байтаҡ тырышлыҡ һалырға тура килер киләсәктә. Ундағы етешһеҙлектәр ситтән килгәндәргә нығыраҡ күренә, тиҙәр бит. Ҡала урмандарындағы сүп-сарҙар­ҙың, диңгеҙ янындағы ҡый-һайҙарҙың ваҡытында йыйылмай, өйөлөп ятыуы күңел­һеҙ уйҙарға тарыта. Әлбиттә, бында ял итергә килеүселәрҙең тәртип-ҡағиҙәләрҙе тотмауҙарына ла һылтанырға мөмкин, шулай ҙа нисек кенә булмаһын, ҡаланың йыйнаҡлығы, таҙалығы етәкселәр­ҙең тынғыһыҙ эшенән дә тора бит. Әммә бындай етешһеҙлектәр ял итеүсенең кәйефен ҡырһа ла – иң мөһиме, диңгеҙ һыуы, диңгеҙ һауаһы, ер аҫтынан сыҡҡан минераль һыуҙар, ошондай дауалар бул­ғанда, кешеләр һәр ваҡыт Абхазияға ынтыласаҡ, «Күңел иле»н үҙ күҙҙәре менән күреп, күңел донъяларын байытып, рәхәтләнеп ял итәсәктәр. Ошо юлдарҙы яҙғанда, мин үҙемде Ҡара диңгеҙҙең йылы тулҡындарында сайҡалам, һыу сәсрәтеп, ярҙарына сығып һоҡланып торам икән, тип күҙ алдына килтерәм һәм ҡасан да булһа, тағы бер Абхазия тигән ғәжәп матур ил менән күрешермен, тигән өмөтөмдө йылытам.


Аҙағы. Башы 40-сы һанда.

Читайте нас в