+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Октябрь 2020, 16:09

Кескәйҙәргә – матур байрам

Беҙҙең 30-сы моделле балалар китапханаһында беренсе синыфтарға бағышланған матур байрам уҙғарылды. Алып барыусы Олеся Алик ҡыҙы балаларҙы ҙур булмаған сәйәхәткә саҡырҙы.

Әкиәт геройҙары Белмәҫйән менән Төймәкәй төрлө уйындар үткәреп, ҡунаҡтарҙың күңелен асты. Мәскәй әбей ҙә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышты: уҡыусылар менән рәхәтләнеп күңел асты.

Байрамға 75-се мәктәптең беренсе синыф уҡыусылары саҡырылғайны. Улар ҙа әҙерләнеп килгән: мәктәп, уҡыу тураһында шиғырҙар һөйләп ишеттерҙеләр. Сара аҙағында ҡыҙҙар, малайҙар уҡыусылар антына тоғро булырға вәғәҙә биреп, әкиәт геройҙары менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Был байрам барыһына ла яҡшы кәйеф һәм иҫтәлекле минуттар бүләк итте.

Зәйтүнә ХАЖИЕВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: