-33 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Октябрь 2020, 15:55
Республикабыҙға дан йырланыҡ
Башҡортостан – тыуған ерем,Һиндә тыуҙым, һиндә үҫәмен.Һинән яҡын, һинән гүзәлерәкЮҡтыр бер ил – шуны беләмен!
Республикабыҙҙың тыуған көнө айҡанлы 1-cе Этҡол мәктәбендә бик күп саралар үткәрелде. V – XI синыф уҡыусылары өсөн тарих уҡытыусыһы Вәлиә Зөбәйер ҡыҙы «Башҡортостанды беләһеңме?» исемле викторина ойошторҙо. Урта синыф уҡыусылары араһында Гүзәл Айҙар ҡыҙы тарафынан үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе «Республикама дан йырлайым!» тип аталды. Башланғыс синыфтар өсөн һүрәттәр конкурсы иғлан ителде. Бөтә синыф уҡыусылары өсөн дә «Ел йыры» исемле ҡыҫҡа метражлы фильм ҡарау ойошторолдо. Ә мәктәп китапханаһында ошо күркәм датаға бағышланған тематик күргәҙмә ҡуйылғайны.
Байрам саралары бик йәнле барып, барлыҡ синыфтарҙа ла синыф сәғәттәре менән йомғаҡланды. Дәрестәр Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияны ҡабул итеүҙең – 30 һәм Баймаҡ районының 90 йыллығына арналды. Улар барышында уҡыусылар республикабыҙҙың бай тарихлы булыуына тағы бер тапҡыр инанды.
Гүзәл МӘХМҮТОВА.
Баймаҡ районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән