+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Февраль 2021, 12:20

"Ҡышҡы Шайморатов уйындары" уҙа

16-18 февралдә Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов кубогына "Ҡышҡы Шайморатов уйындары" спорт-патриотик сараһы уҙа.

Уны мәғариф һәм фән министрлығы полилингваль белем усаҡтары һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы етәкселектәре менән берлектә ойоштора. Уйындар өс этапта үтә. 162-се полилингваль күп йүнәлешле "Смарт" мәктәпбендә сараны тантаналы асыу, йыр һәм сафҡа теҙелеп атлау смотры, командирҙар ярышы була. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы менән дә танышасаҡтар.
Икенсе көндә шайморатовсылар 44-се полилингваль күп йүнәлешле белем усағында Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихтары буйынса белемдәрен һынаясаҡ. Шулай уҡ танылған цитаталарҙы ҡайһы бөйөк полководец әйткәнен асыҡлаясаҡтар.
Өсөнсө этап Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының "Шоңҡар" спорт комплексында уҙасаҡ. Командалар спорт ярыштарында етеҙлеккә ярышасаҡ. Һәр көндө 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәһе ярыш үткән белем усағы командаһына, йәғни хужаларға тантаналы тапшырыла.
Еңеүселәр Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубокка эйә буласаҡ. Айырым уңыштары өсөн шайморатовсыларға министрлыҡтың иҫтәлекле бүләктәре биреләсәк.
Читайте нас: