+10 °С
Болотло
TelegramЕңеү – 77!VKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Март 2021, 18:18

Бөгөн - Бөтөн донъя диджейҙар көнө

DJ R-I, DJ ХАН, DJ Fatikh... Был исемдәр һеҙгә танышмы?

Эйе, беҙҙең республикала ла был ижади һөнәрҙе яратып башҡарыусылар бар. Иң беренсе диджейҙарҙан DJ RI һанала. Әлеге көндә башҡорт диджейҙарынан DJ ХАН (Булат Сарбаев), DJ Fatikh (Фәтих Мулләхмәтов) бик популяр.
Ә ҡасандан алып билдәләнә икән был байрам? Англияла «Nordoff Robbins Music Therapy» тигән үҙәк бар. Ул 1958 йылда Лондонда барлыҡҡа килгән, «Нордофф Роббинс» тигән хәйриә ойошмаһына ҡарай. Ундағы белгестәр фекеренсә, моң ярҙамында сирҙәрҙе дауалап була. Үҙенсәлекле музыка балаларға, үҫмерҙәргә, өлкәндәргә аутизм, психик тайпылыштар, үҫеш тотҡарлыҡтарын сикләргә ярҙам итә.
Байрам булараҡ, 2002 йылдан алып билдәләнә. «Ди-джей» һүҙе DJ инглиз аббревиатураһынан барлыҡҡа килгән. Disc jockey (диск-жокей) аудиторияға яҙылған әҙер көйҙө башҡалар өсөн махсус ҡоролмала уйнай.
Читайте нас в