+10 °С
Болотло
TelegramЕңеү – 77!VKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май 2021, 16:40

"Бала саҡ илендә"

1 июнь йәй башы ғына түгел, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө лә. Ошо айҡанлы "Йәншишмә"нең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә бәйге ойошторабыҙ. Унда ҡатнашыу өсөн гәзиттең төркөмөнә [https://vk.com/club45440006| яҙылып, фото ебәреүегеҙ етә. 18 йәшкә тиклемге балаларҙың яңғыҙ йә дуҫтары, синыфташтары менән төшкән фотолары ҡабул ителә. Әлбиттә, объективҡа туп-тура ҡарап төшкән фотоға ҡарағанда, хәрәкәттә, эш, уйын барышында төшкәне йәмлерәк,матурыраҡ, шулай бит? Нисек ҡатнашырғамы? 31 майға тиклем ошо яҙмаға комментарий рәүешендә фотоғыҙҙы һалығыҙ, уға исем уйлағыҙ, кем, ҡайҙан икәнегеҙҙе яҙығыҙ. Иғтибар итегеҙ: бәйгелә [https://vk.com/club45440006| төркөмөнә яҙылғандар ғына ҡатнаша ала.

Иң күп лайыҡ йыйған фотоларҙы 1 июндә тауыш биреүгә ҡуясаҡбыҙ һәм еңеүселәрҙе билдәләйәсәкбеҙ. Уларға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы, иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булығыҙ, дуҫтар!
Ләйсән Хәлиуллина фотоһы.
Читайте нас в