Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Май 2021, 08:45

«Гармунды бот өҫтөнә ҡуйһам, бейеклеге менән эйәккә етә торғайны»

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми «Өфө йүкәләре» (Рим Хәсәнов көйө) тигән мәңгелек йыр ҡалдырҙы. Уның хәтирәләрен уҡыһаң, бала саҡтан моң донъяһында йәшәгәнлеген аңлайһың.

Атаһы тураһында хәтирәләрендә бына нимә тип яҙған: «Минең атай шәп йүгерешсе булған. Һабан туйҙарында, йыйындарҙа уны бер кем уҙа алмаған, ғәрселерәк кешеләр иһә минең атай менән бергә йүгерешергә сыҡмағандар. Ул, ни өсөндөр, башындағы түбәтәйен һыуға манып, шул еүеш түбәтәйен ауыҙына ҡабып йүгергән.
Атайҙың башҡа бер сифатын үҙемә утыҙ биш булғас ҡына бөтә тәрәнлеге менән аңланым. Йәш саҡта минең йырлауыма, тауышымдың көслө булыуына күргән-белгән кешеләр һоҡлана торғайны. Ваҡытында Мәскәү консерваторияһына ла алып маташтылар. 1953 йылда, беҙҙең ауылға Тимер Арслан ҡунаҡҡа килгәс, ул үҙенең дуҫы, йәғни минең менән ғорурланмаҡсы булып, табында минең йырлауҙы һораны. Мин йырлауын йырланым, ләкин әсәй: «Атайың кеүек булдыра алмайһың», – тине. Ҡунаҡтың: «Булмаҫ, мөмкин түгел», – тигән һүҙенә: «Уның күкрәге киңерәк ине», – тип яуап бирҙе. Күкрәге киң ине... Әсәйемдең дә күңелен аңлайым мин. Бында, бәлки, беҙ белмәгән, күрмәгән хәтирәләргә бәйле нәмәләр ҙә күптер, минең иһә шул ваҡыт атайҙың төҫөн күргем килеү теләгемә уның тауышын да ишетеү теләге өҫтәлде, сөнки Ғибадулла ағай (әсәй яғынан ике туған) ике һүҙҙең береһендә: «Еҙнәй «Аҡ мамыҡтың ағарған сағы, туғандарҙың һағынған сағы», – тип йырлай торғайны. Шул йыр бала саҡтан уҡ ҡолаҡ төбөндә һаман яңғырай», – тип иҫкә алды. «Ул йыр ниндәйерәк булды икән?» – тип мин дә үҙ-үҙемдән йыш ҡына һорап ҡуя торғайным. Ниһайәт, ул һорауға яуап табылды булһа кәрәк – ниндәй моңло боронғо йыр йырлана башланды: «Аҡ ҡалпаҡтың табылған сағы, туғандарҙың һағынған сағы»... Һуңғы йылдарҙа «Көҙгө әсе елдәрҙә» йырлана башлағас, Карам ағай ҙа: «Атай йырлаған йырҙы соҡоп сығарҙылар», – тип әйтеп ҡуйғайны».
Быныһы гармунлы бала саҡ тураһында: «Ағайҙарым минең һөнәрле булып сыҡты. Башта биҙрә төпләнеләр, унан һуң ҡылыс бәйләү (киндер һуға торған ҡылысты хәҙер күптәр күреп тә, уҡып та белмәй торғандарҙыр) эшенә тотондолар. Күпме ваҡыт үткәндер, ағайҙарым итек тегә башланы. Беҙҙең шул тәпәш һәм бәләкәй йорт аяҡ кейемдәре тегеү «фабрикаһына» әйләнеп китте. Һике аҫтары, өй түбәһе төрлө-төрлө ҙурлыҡтағы аяҡ кейеме ҡалыптары менән тулы ине..
Шул йылдарҙың хәтерҙән иң сыҡмаҫ минуттары – гармун. Хәтеремдә, уны бәләкәй ағай (Ғиләж ағайҙы шулай атай инем) әсәйҙән ялынып-ялбарып бер тоҡсай арышҡа ауылдан үтеп барған әллә ниндәй бер кешенән алып ҡалды. Ул тальян ине. Гармун алғанлығыбыҙҙы ишеткән-белгән кешеләр беҙгә килеп, уйнап китәләр ине. Башта гармунды миңә тоттороп та ҡараманылар. Күпмелер ваҡыт үткәс, нисегерәк килеп сыҡҡандыр, миңә иисә йәш булғандыр, мин дә гармунда уйнай башланым. Шул ғына хәтерҙә, гармунды бот өҫтөнә ҡуйһам, бейеклеге менән эйәккә етә торғайны, күреген тартҡанда, гармунды бер урында тоторға көс етмәгәс, уны эйәк менән аҫҡа табан ҡыҫа инем. Хәҙер инде ағайҙарым үҙҙәре биреп уйната, ләкин сит кеше алдында үлһәм дә уйнаманым, әлеге лә баяғы – оялыу бәләһе. Мәҫәлән, мине Файзылғаяндарҙан башҡа кешеләргә йомошҡа ебәреү ситен хәл ине. Уларға барған хәлдә лә, ишек төбөндә танау тартып торғанда: «Ниңә килдең?» – тип һорамаһалар, йомошомдо әйтмәй илап ебәрә инем. Ул оялыуҙар ҡайҙан килгәндер, белмәйем, бәлки, сабый саҡтан уҡ ҡаныма һеңгәндер, сөнки аң кереп, ни ҙә булһа белә башлағандан бирле минән гел көлдөләр, бала-сағалар ҙа, ҙурҙар ҙа «шаҙра» тип битемдән (алты айлыҡ бала сағымда миңә бик ҡаты сәсәк сыҡҡан. Барыбер үлә, тип уйлағандар) көлөп ғәрләндерҙеләр – иң ауыры шул ине. Һаман да көләләр, ҡайһы бер «һүҙ оҫталарына» үҙҙәре хаҡында дөрөҫ һүҙ әйткән өсөн, мине яуызлыҡта ғәйепләп, минән үс алып, яҙған «әҫәрҙәрендә» һүрәтләп көләләр, хәҙер инде ундай нәмәләргә һалҡыныраҡ ҡарайым, беренсенән, ғәрләнеүҙән уҙғанмын, икенсенән, бындай алымдарҙың йүнһеҙ яҙыусыны йүнле итә алмағанын беләм, ә шундай булыуыңдың сәбәбен кеше йөҙөнән түгел, ә Хоҙайҙан, йәғни тәбиғәттән эҙләгәндә, уға үпкәләгәндә, әҙәмсәрәк булыр ине; ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайҙан эҙләй белеү ҙә, кемгә үпкәләй белеү ҙә әлеге шул тәбиғәт биргәндең үҙенән килә торғандыр шул».
Ғиләж ағаһы тураһында хәтирә: «Бәләкәй ағайҙың һәләтлеге башҡаса, бүтән йүнәлештә ине – уның ҡулында гел балта булды, гел урманға йөрөнө (мин, мәҫәлән, ҙур ағай менән урманға барғанымды хәтерләмәйем), өй алдында, өй артында ултыртылған ағастар гел Ғиләж ағайҙыҡы ине. Өй алды кәртәләре, ситәндәре, рәшәткәләре һәм башҡалар һәм башҡалар – уның ҡулы эше. Уның мине иң һоҡландырғаны – скрипка яһауы булды. Берҙе яһай ҙа, оҡшамаһа, тауышы шәп сыҡмаһа – икенсеһенә тотона торғайны. Уның таҡталарын төрлө-төрлө ағастарҙан яһап ҡарай. Скрипканың ниндәйерәк тауышлы булғанын хәҙер хәтерләй алмайым, уның ҡылдары ла ат ҡылынан тартыла ине. Хәтеремдә, күрше-күләнгә ҡуйы, оҙон ҡойроҡло ат егеп килгән кеше күренһә, скрипка өсөн ҡыл йолҡорға сығып китә, сөнки ҡылдар, гел көйләй торғас, йыш өҙөлә. «Аттың ҡойроғон йолҡоп бөтөрәһең инде», – тип әсәйем үҙебеҙҙең алашаның ҡылын йолҡтормай. Шулай ҙа Ғиләжетдин ағай скрипкаһы менән «дан» ҡаҙанманы, әсәй ҙә асыуы килгәндә гел «Ғәҙерша» тип тиргәне.
Ғәҙерша беҙҙең ауылда берҙән-бер скрипкасы булған. Ауылда даны бик ныҡ таралғанғамы, уйын-көлкө менән кешеләрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ауыҙына ҡаратып торғанғамы (бәлки, әсәйҙең дә башҡалар менән бергә уның ауыҙына ҡарап торған сағы булғандыр), Ғәҙерша ағайҙы, әсәйҙең һөйләүҙәренә ҡарағанда, атайҙың йәне һөймәгән. Хәҙер беҙҙең өй ана шул Ғәҙершалы ине инде. Ғиләж ағай ҙа уйын-көлкөнө бик ярата. Хәтеремдә, ағай шулай һикелә теҙен сәнсеп ятып тора, ә әсәй уға утын киҫеп индерергәме, малдарға һыу эсерергәме (бик теүәл хәтеремдә юҡ) йомош ҡуша. Әсәй бер әйтә, ике әйтә, ағай ятҡан килеш уның һүҙенә, шаярып-шаярып, ниндәйҙер яуап таба. Әсәйем быға түҙә алмай, һике аҫтындағы скрипканы алып: «Күпме Ғәҙершаланып ятаһың?» – тип теҙенә һуға. Скрипка минең күҙ алдымда селпәрәмә килә. Икенсеме, өсөнсөмө көндө, ағай, әлбиттә, скрипканың ярыҡ таҡталарын алмаштыра һәм әсәйгә: «Һин һуғып ярһаң, скрипканың тауышы әйбәтләнә икән дә баһа!» – тип тағы һыҙҙырып уйнап ултырыр ине. Мин ул ваҡытта әле бәләкәй инем, ағай ҙа һуңынан скрипкаға ҡарата һыуынып торҙо булһа кәрәк. Ул инде балиғ булғас, өйләнгәс, скрипкаларҙы икенсе төрлөрәк, фабрикала эшләгәндәргә оҡшатып, таҡталарҙы күпертеп, бик айышына килтереп яһай башланы. Ағайҙың «артыҡ» материалдарынан файҙаланып, мин дә бер бәләкәйерәкте яһаным, ләкин оҙаҡ ваҡыттар өйрәнә алманым, көй сыҡмай ҙа ҡуя. Берҙән-бер көндө Ғиләж ағай: «Әйҙә парлап уйнайбыҙ», – тип мине келәткә саҡырҙы. Башта скрипканың көйлөмө, көйһөҙмө икәнен тикшерҙе. «Дөрөҫ», – тине. Ул да һыҙып ебәрҙе, мин дә һыҙып ебәрҙем. Ләкин ул шунда уҡ мине туҡтатты ла, башта шулай баҫ, тип икенсе ҡылдың сығанаҡ бармаҡ менән ҡайһы еренә баҫырға икәнен күрһәткәйне – шунда уҡ ағай артынан көй ағылды ла китте. Шул көндө беҙ бик оҙаҡ парлап скрипка уйнаныҡ, шул минуттан башлап мин дә үҙемде скрипка уйнай ала торған, дөрөҫөрәге, көй сығара ала торған кешегә иҫәпләйем».
Фото http://literatmuzey.ru сайтынан.
Читайте нас в