-6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель , 10:15

Таҡмаҡтар

Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»енә Ғәйнан Әмири һәм Вәлиәхмәт Ғәлимов яҙған инсценировканан таҡмаҡтар.

Таҡмаҡтар
Таҡмаҡтар

Ай күтәрелә офоҡтан,

Инеп бара болотҡа.

Ай ҡырҙарында булырға

Һай бер генә минутҡа.

 

Гөлдәр аттым йылғаға,

Гөлдәр мөлдөрәп аға.

Бәхетле булған ҡыҙ бала

Һөйгән йәренә бара.

 

Ағиҙелгә төшә яҙҙым,

Тотмайһың беләгемдән,

Тамыр йәйгән гөлдәр кеүек,

Сыҡмайһың йөрәгемдән...

 

Ағиҙел һыуҙары булһам,

Тулҡынлап ағыр инем.

Гөлсирин сәскәһе булһаң,

Түшемә ҡаҙар инем.

 

Ҡара бирсәткә кейгәндәр,

Ағы юҡмы кейергә?

Әллә телдән ҡалдығыҙмы,

Һаумыһығыҙ, тиергә?

 

Һеҙ ҙә әллә кем түгел,

Беҙ ҙә һеҙҙән кәм түгел,

Һеҙҙең әллә кем булыуҙар

Әжәлгә дарыу түгел.

 

Аҡлы ситса күлдәгемдең

Ең остары керләнгән.

Иҫем китеп ҡарап торам –

Кемдәр тәкәбберләнгән.

 

Иртә буран, кис буран,

Сабатаңды ныҡ уран.

Сабатаға серәкәй егеп,

Алып ҡайтырҙай булам.

 

Элеп ҡуйған яулығымды

Ямғыр яуып сылатҡан.

Беҙҙең ауыл егеттәрен

Серәкәй сағып илатҡан.

 

Аллы-гөллө сәскә ата

Майҙың ун берҙәрендә.

Ал-гөл сәскә атһа ине

Минең ғүмерҙәрем дә.

 

Кавказский әфлисүндәр

Киләләр, ти, йәшниктә.

Уйнамағас та көлмәгәс,

Ни ҡыҙыҡ бар йәшлектә?

 

Ҡашың ҡара, ҡашың ҡара,

Ҡашыңдан күҙең ҡара.

Керпегеңдән гөлдәр тама,

Күрһәм, йөрәгем яна.

 

Зөһрә йондоҙға ҡарайым,

Уны һиңә тиң күреп,

Шул ваҡыт һине уйлайым,

Бер күрергә тилмереп.

 

Рәмил ФӘТТӘХОВ фотоһы.

 

Фото: concours.nazaccent.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас в