-25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Август , 18:00

Кескәйҙәр өсөн уҡыу ҡулланмаһы

Яңы уҡырға һәм яҙырға өйрәнеүсе балалар өсөн тәғәйенләнгән дәфтәр Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте магазинында һатыуҙа бар.

Кескәйҙәр өсөн уҡыу ҡулланмаһы
Кескәйҙәр өсөн уҡыу ҡулланмаһы

"Серле өндәр донъяһында" эш дәфтәрендә баланың ҡул суҡтарының ваҡ мускулатураһын күнектереүгә, график күнекмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән күнегеүҙәр бирелгән. Бала нөктәләр менән яҙылған хәреф элементтарын, баҫма хәрефтәрҙе, һүрәттәрҙе контуры буйынса юллатырға, штрихларға һәм ситенә сығармай буярға тейеш. Даими үткәрелгән дәрестәр ҡул суҡтарын яҙырға күнектерә, әҙерләй; ҡағыҙ битендә ориентирлаша белеүҙе формалаштыра; ҡәләм һәм ручканы дөрөҫ тоторға өйрәтә.

Эш дәфтәре балалар баҡсаларының әҙерлек төркөмөнә тәғәйенләнә.

"Серле өндәр донъяһында" методик ҡулланмаһы иһә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәренә тәғәйенләнгән 15 теманы берләштергән эш дәфтәрен ҡулланыу буйынса методик күрһәтмәләрҙе үҙ эсенә ала. Әсбапта 6-7 йәшлек балаларҙың телмәрен байытыу, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәренең әйтелешен өйрәнеү һәм шымартыу маҡсатында, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән эштәр, уйындар тупланған, был материалдарҙы файҙаланыу өсөн тәрбиәсегә һәр тема буйынса өҫтәлмә мәғлүмәт бирелгән. Методик ҡулланма башҡорт балалар баҡсаларының әҙерлек төркөмөндә эшләгән тәрбиәселәргә, педагогия вуздары студенттарына һәм ата-әсәләргә тәғәйенләнгән.

Сығанаҡ: vk.com.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас в