-6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Сентябрь , 16:16

Гимназия данын арттырығыҙ!

Фотоһүрәттәге Фиҙел менән Асҡар Абдуллиндар Белем байрамын түҙемһеҙләнеп көтөп алды.

Гимназия данын арттырығыҙ!
Гимназия данын арттырығыҙ!

Малайҙар — Мостай Кәрим исемендәге 158–се башҡорт гимназияһы уҡыусылары. Фиҙел VI синыфҡа барҙы, яҡшы өлгәшә, ике генә “дүртле”һе бар. Ҡустыһы Асҡар өсөн бигерәк яуаплы осор — ул беренсегә төштө. Уҡытыусыһы — Байназарова Гөлнара Рим ҡыҙы. Гимназия быйыл алты синыфҡа беренселәрҙе йыйҙы. Ә дөйөм балалар һаны 1400-ҙән артып китә.

Бер туғандар байрамға әсәләре Илгизә Рәис ҡыҙы, аталары Фидан Әхмәтйән улы менән килгәйне. Етмәһә, республика Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙы үҙе тәбрикләне. Бергәләп матур концерт ҡаранылар, уҡыясаҡ кабинеттарына инеп сыҡтылар. Ҡояш та йылмайып ебәргәс, бигерәк күңелле булып китте.

Фиҙел менән Асҡарға уңыштар теләйбеҙ, һынатмағыҙ!

 

Гимназия данын арттырығыҙ!
Гимназия данын арттырығыҙ!
Гимназия данын арттырығыҙ!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас в