-9 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 74
11 Май 2019, 06:10

Ауырлыҡтарға һынмаған, бирешмәгән

Йыш ҡына өләсәйемдең үткәндәр тураһында һөйләгәнен ишеткәнем бар. Уларҙы һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлайым. Бигерәк тә үҙенең атаһы тураһында һағынып һөйләй ул. Ҡарт олатайым – Таһир Усман улы Харрасов 1912 йылда Кү­гәрсен районының йәмле Да­уыт-Ҡайып ауылында донъяға килә.

Ба­ла сағы бик ауыр ваҡытҡа – аслыҡ, юҡлыҡҡа тура килә. 24 йәше­нән 1934 йылдың сентябренән 1936 йылдың декабренә тиклем 75-се кавалерия полкында хеҙмәт итә. Ошо уҡ йылды ҡарт өләсәйем – Миңъямал Абдулхаҡ ҡыҙы Ишкилдина менән ғаилә ҡоралар. 1939 йылғы Фин һуғышында ла ҡатнаша.

Ә 1941 йылдың июнь айында инде ҡарт олатайым Бөйөк Ватан һуғышына китә. Ул 391-се уҡсылар полкында Сталинград өсөн барған алышта ҡатнаша. Ошо уҡ йылды әсирлеккә эләгеп, яу аҙағынаса немец концлагерҙарында була. Унда күргән михнәттәрҙе ҡарт олатайым бер ҡасан да балаларына һөйләмәгән. Тот­ҡондан уларҙы француз армияһы ҡотҡара. Хөкүмәт тикшереүен Бреславль ҡалаһында үтә. Уны һуғыш ваҡытында емерелгән Сталинград ҡалаһын төҙөкләндереү өсөн эшкә ебәрәләр. Ике ай булғас, 1946 йылдың декабрендә отпускыға ҡайталар.

Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа трактор йөрөтөр өсөн ир-егеттәр етмәй. Ҡарт олатайымдың алдын­ғы тракторсы булғанын белеп, хужалар уның ҡалыуын һорай. Эшләгән ереңә рөхсәт ҡағыҙы һорап ебәрербеҙ, тип вәғәҙә лә итәләр. Уларға ышанып, ауылда ҡалырға була. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында юллау ҡағыҙы барып етмәгәнме әллә бөтөнләй ебәрмәгәндәрме, 1947 йылдың ҡыҙыу сәсеү осоронда ике милиционер килеп, уны ҡулға ала һәм алты айға Ишембай ҡалаһына төрмәгә оҙаталар. Бер ғәйепһеҙгә зинданға эләгеү ул ваҡытта ғәҙәти хәл булған. Ләкин олатайым һынмай, бирешмәй, бер ваҡыт ғәҙеллек барыбер тантана итеренә ышанып йәшәй.

Ул бик матур хеҙмәт юлы үтә, 1952 йылға тиклем тракторсы була. Аҙаҡ 1972 йылға саҡлы малсылыҡта тырышып эшләй. Олатайым 1982 йылға тиклем йәшәп, балаларына хеҙмәтте яратырға, тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә.

– Әле Дауыт-Ҡайып ауылы тураһында китап яҙырға йыйыналар, эҙләнеүҙәр бара. Шул ваҡытта тағы ла күберәк мәғлүмәт белербеҙ, – тигән өмөттә минең өләсәйем.

Беҙ үҙебеҙҙең үткәндәребеҙҙе белергә, фәһем һәм үрнәк алырға тейешбеҙ.

Гөлсөм АБДУЛЛИНА, VII «В» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.