Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 74
11 Май 2019, 06:12

Беҙҙә илһөйәрҙәр тәрбиәләнә

Һәр баланы рухлы, илһөйәр итеп үҫтереү маҡсатында республикабыҙҙа күп кенә эштәр баш­ҡарыла. Беҙҙең Яуымбай мәктәбендә лә гражданлыҡ, ватансылыҡ хистәре тәрбиәләү эҙмә-эҙлекле һәм маҡсатлы алып барыла.

Беҙ, уҡыусылар, йыл әйләнәһенә уҡытыусыларыбыҙ – Фаяз Бирғәле улы Ғиззәтуллин һәм Зифа Ғаяз ҡыҙы Ғәбделхәева етәкселегендә эҙләнеү эштәрендә ихлас ҡатнашабыҙ. «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай» исемле мөйөштө тулыландырыу төп бурысыбыҙ булып торһа, икенсеһе инде – әле оло быуын булып иҫәпләнгән инәй-апайҙарҙан, тыл ветерандарынан, һуғыш яландарында ятып ҡалғандарҙың балаларынан яңынан-яңы мәғлүмәттәр туплап, хәтер китабында ҡалдырыу. 2017 йылдың Еңеү яҙында Зөһрә Әхмәҙиә ҡыҙы Айыт­ҡолова ярҙамы менән ауылыбыҙҙың мәңгелек хәтере булған обелискылағы исемлектәр Маз­һар Назаров, Марат Сәлихов, Бир­ғәле Ғизәтуллин олатайҙар менән тулыландырылды. Былтыр Фаяз Бир­ғәле улы эҙләнеүҙәр эшенең һөҙөмтәһе итеп, Пруссия һәм Польша ерҙәрендә француздарға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан Миңлебай олатай Вәлитовҡа стелла асыуға өлгәште. Был, әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт.

Быйылғы Еңеү яҙына ла үлемһеҙ ветерандарыбыҙ исемлеге тағы ла биш яугир ауылдашыбыҙҙың исемдәре фотоһүрәттәре менән тулыланды. Был эштәрҙе йылдан-йыл байытып, өҫтәмәләр индереп торабыҙ. Бынан тыш, йыл да мәктәбебеҙ менән «Үлемһеҙ полк» акцияһында ла ихлас ҡатнашабыҙ.

«Тарихын белмәгән халыҡ киләсәкһеҙ», – тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Беҙҙең ошондай изге ниәт менән башҡарылған эштәр киләсәк быуынға ла хәтер һәм мираҫ булып барып етер, тигән өмөттәбеҙ.

Нураниә ХӘЙБУЛЛИНА,VIII синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,Яуымбай мәктәбе.

Читайте нас в