-6 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 74
11 Май 2019, 06:16

Эльбаға тиклем барып еткән

Ҡартатайым Ғиниәт Ғиззәт улы Рыҫбаев Бөрйән районының Мәҡсүт ауылында тыуып үҫкән.

1921 аслыҡ йылында ата-әсәһе үлеп китә. Ул әсәһенең бер туған Рамаҙан ҡустыһының ғаиләһендә буй еткерә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа 1942 йылдың авгусында алына. 226-сы уҡсылар дивизияһы менән ул Волганан алып Эльбаға тиклем 3 мең 500 саҡрымға һуҙылған ауыр ҙа, данлы ла юл үтә. Хәрби билетынан күренеүенсә, ҡартатайым йә уҡсылар, йә пулемётсылар отрядының командиры була.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн уның күкрәген 2-се дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены, «Сталинградты обороналаған өсөн», «Кёнигсбергты алған өсөн», «Германияны алған өсөн» миҙалдары биҙәй. Шулай уҡ «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән ике тапҡыр бүләкләнгән ҡартатайым. Беренсеһе – 1942 йылдың 28 ноябрендә Төньяҡ Донецк эргәһендә барған һуғыш өсөн, икенсеһе – 1943 йыл Курск дуғаһында Прохоровка районындағы тарихи бәрелеш ваҡытында күр­һәткән батырлығы өсөн.

Ҡартатайым «Катюша» йырын бик оҡшата, яуҙа һәр ваҡыт шуны йырлап йөрөгән. Һуғыштан һуң да төрлө мәжлестәрҙә, күңеле күтәренке мәлдәрҙә йырларға яратҡан.

1945 йылда уға тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була. Ауылды аяҡҡа баҫтырыу эшендә әүҙем ҡатнаша. Өләсәйем менән ун балаға ғүмер биреп, хәленсә матур итеп донъя көткән улар. Тыуған илебеҙгә тәүфиҡлы балалар үҫтерәләр. Илебеҙҙең тыныслығына үҙ өлөшөн индергән ҡартатайым менән һәр саҡ ғорурланабыҙ.


Илүзә КӨҪӘПОВА, V синыф уҡыусыһы.
Мәләүез районы, Нөгөш мәктәбе.

Читайте нас в