-16 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 74
11 Май 2019, 06:28

Фронттан килгән хаттан өҙөк

Һөжүм бара. Бомбаға тоталар. Өҫтөмә ер ҡапланды, контузия алып, һушымды юғалттым.

Шунда һаман да ятыр инем, ярай әле бер үзбәк егете ер өҫтөнән сығып торған аяғымды күреп ҡалған да ҡаҙып алған.

Госпиталгә эләктем. Унда ишетмәгән кеше булып табиптарҙы алдап маташҡандар ҙа булды. Бындай симулянттарҙы (ауырыу булып ҡыланғандар) тикшереү юлы ла бар: ҡапыл арттарынан киләләр ҙә түбәгә аталар. Сирле әйләнеп ҡараһа, тимәк, яраҡлы. Һауыҡҡанһың, сафҡа, тиҙәр. Әгәр ҙә икенсе атыуҙан да әйләнеп ҡарамаһа, контузияһы үтмәгән, ысынлап та, ишетмәй.

Траншея, окоптарҙы күп ҡаҙыр­ға тура килде. Фронт һыҙығы үҙгәрә, тағы ла ҡаҙаһың... Яу мәлендә немец танкылары окоптар­ҙы йырып, өҫтөнән үтеп киткән саҡтар ҙа булды. Унда ултырған һалдатты үлтерер өсөн ҡайһы саҡта бер урында тороп, 360 градусҡа әйләнеш яһайҙар. Танк ҡуҙғала, ә окоптағы кешенең башы өҙөлә. Был ваҡытта кем тәрәнерәк ҡаҙған, шулар тере ҡала ине.

Был хатты олатайым Ғәлим Вәлитов фронттан яҙып ебәргән.

Алиса ҒАЙСИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.