Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 74
11 Май 2019, 06:30

Мин – фронтовик ейәнсәре

Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы билдәләнгән йылда олатайым Хәмиҙулла Бикҡужинды иҫкә алыуҙы изге бурысым тип һанайым. Ул Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылынан.

Һуғыш башланғас, 1942 йылда Алкиндағы командирҙар әҙерләү курсына ебәрелә. Ул Илеш егете Суфиян Поварисов менән бергә уҡый. Унан йәш саҡырылыусылар Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында әҙерлек үтә.

Ошо уҡ йылды взвод командиры итеп Волоколамск-Ржев йүнәлешендәге яуға оҙатыла. Ул фронтҡа Төкөн станцияһы аша киске поезд менән үтеп китәсәген бер танышы аша ҡатынына хәбәр итә. Был ваҡытта өләсәйем туғыҙ һәм ете йәшлек ике балаһы менән ураҡ урып йөрөгән була. Бер күреп ҡалыр өсөн һигеҙ саҡрым ерҙәге станцияға хәлдәре бөткәнсе йүгереп баралар. Үтеп барған поездан олатайымдың: «Көтөгөҙ!!!» – тигән һүҙен генә ишетеп ҡалалар, билендәге ҡайышын ғына сисеп, ырғытып өлгөрә. Ул һаман да ҡәҙерле иҫтәлек итеп һаҡлана.

Олатайымдарҙың резерв дивизияһы «Марс» йәшерен коды менән Ржев-Сычёв операцияһында ҡатнаша. Унда иң көслө егеттәрҙе һайлап алалар. Беҙҙең һалдаттар Дондың ҡаршыһындағы ярҙа нығынып, төп ғәскәрҙәргә йылға аша сығырға ярҙамлашырға һәм дошманды уратып алып, юҡ итергә тейеш була. Әммә ярға барып еткәс, немецтар ут аса. Ҡаты бәрелештә беҙҙекеләр еңеп, 300-ҙән артыҡ фашисты әсирлеккә ала. Олатайым был алышта яралана. Госпиталдән сыҡҡас, тағы һуғышҡа инә, Воронеж, Борисоглебск, Бутирлиновка ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша.

1943 йылда Курск ҡалаһы янында немецтар «Тигр» танкылары, «Фердинанд» орудиелары, самолёттар менән һөжүм башлай. Олатайым хеҙмәт иткән полк Курск утлы дуғаһының иң көслө, аяуһыҙ алышында ҡатнаша. Ундағы һуғыштың ни тиклем ҡурҡыныс, ғәрәсәтле булыуын яҙып та, һөйләп тә аңлатып бирерлек түгел. Бында ла полк бик күп ҡаһарманлыҡтар күрһәтеп өлгөрә. 1943 йылдың 5 авгусында бынан тере сыҡҡандар араһында миномёт расчёты командиры, сержант Бикҡужин да була. Яҙмыш тағы ла олатайымды Суфиян Поварисов менән осраштыра. Был һуғыш тураһында дуҫы үҙенең «Яҙмыш ҡорбандары» китабында яҙып сыға.

Артабан Хәмиҙулла Мостафа улы 375-се уҡсылар полкының миномётсылар батальонына эләгә. 1943 йылдың октябрендә Дон йылғаһы буйындағы һуғышта бик ҡаты яралана. Дошман тарафынан йылғаға атып төшөрөлә. Был турала ла Суфиян Поварисов «Ватан яҙмышы – ир иңендә» тигән хәтирәләрендә иҫкә ала. 1944 йылдың башында госпиталдән сыҡҡас, 2-се төркөм һуғыш инвалиды итеп ҡайтарылып ебәрелә.

Фронттан һуң да 80 йәшенә тиклем колхоз эштәрендә әүҙем ҡатнашып, эшләп йөрөй. Ул – колхоз рәйесе, Өфөлә уҡып ҡайтып, агротехник, район советы рәйесенең ярҙамсыһы вазифаларын да башҡара. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа колхоздың бөтмәҫ эшен үҙ иңенә ала.

Һуғыш уты һүнгәнгә – 74 йыл. Йылдар үтә бирә, әммә яугирҙарҙың ҡаһарманлыҡтарын бер ҡасан да онотмаҫбыҙ, тип ышанам. Олатайымдың бер туған ҡустыһы, танк йөрөтөүсе Әхнәф Бикҡужин да Польшаның Варшава ҡалаһын азат иткәндә һәләк була.

Беҙ, хәҙерге заман балалары, һуғыш теләмәйбеҙ. Әлбиттә, Еңеү көнөндә барлыҡ ветерандарҙы ысын күңелдән байрам менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, бары тик бәхетле ҡартлыҡ ҡына теләйбеҙ.


Шәүрә ХӘСӘНОВА, X синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.