Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 74
11 Май 2019, 06:14

Партизандар менән бергә һуғышҡан

Һәр йыл 9 Майҙа сираттағы тыныс яҙҙы ҡаршылайбыҙ. Илебеҙ тарихындағы был тулҡынландырғыс көн 74 йыл элек булһа ла, ватандаштарыбыҙ өсөн Еңеү көнөнөң мөһимлеген хәҙерге көндәрҙә лә асыҡ күҙ алдына килтерәбеҙ. Шул ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың һөйләгәндәрен тыңлау беҙҙе вайымһыҙ ҡалдыра алмай.

Беҙҙең өсөн дә Еңеү көнө – оло мәртәбәле байрам. Ғаиләбеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы хәтер һаҡлана һәм быуындан-быуынға күсә килә. Сөнки олатайым аяуһыҙ һуғышта ҡатнашып, уға Еңеү көнөн күрергә насип булған.

1923 йылдың йәмле май айында Нуғай ауылында йәшәгән Нәзифә һәм Әбдел­ғәни Ғиззәтуллиндарға тағы ла бер шатлыҡ өҫтәлә. Ғаиләлә дүртенсе бала – малайҙары донъяға килә. Уға Әхәт тип исем ҡушалар. Иң кесе булғанға, үҙен бөтәһе лә ярата, туғандары ҡарап ҡына үҫтерә. Ул 8 айлыҡ сағында атайһыҙ ҡала. Әлбиттә, әсәһенә 4 баланы ҡарап, тәрбиәләү еңел булмай...

1941 йылдың 22 июне. Илгә ҡайғылы хәбәр килгән ваҡытта Әхәт олатайыма ни бары 18 йәш тулған була. Шомло һүҙ йөрәктәрҙе тетрәтә, кешеләрҙең асыуы ҡайнай. Ләкин йәшәр кәрәк, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Ошондай уйҙар менән колхозсылар тағы ла эшкә нығыраҡ егелә, еңеү өсөн, Тыуған ил өсөн көстәрен йәлләмәй, көнө-төнө тырышалар. Олатайым да ал-ялды белмәй эшләүен дауам итә. Ана бит, уның тиңдәштәре лә бирешергә уйламай, түҙергә кәрәк. Олатай кладовщик булғас, уға аҙыҡты халыҡҡа тигеҙ итеп бүлеп биреү йөкмәтелгән. Ауыр һуғыш йылдары... Нимә генә күрмәй, ниндәй генә ауырлыҡ кисермәй тылдағы халыҡ?!

1942 йылдың һыуыҡ февраль айы. Ыжғыр бурандар ваҡытында олатайымды ла һуғыш­ҡа алалар. Өфөлә военкоматта булғандан һуң, эшелонға тейәп, Мәскәү яғына оҙаталар. Уны баш ҡаланан 42 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Раменское ҡалаһына алып киләләр. Тәүҙә 5 ай буйы бер төркөм һалдаттар­ҙан 7-се хәрби һауа-десант бригадаһы төҙөп, парашюттан һикерергә, атырға өйрәтәләр.

Июнь аҙаҡтарында Сталинградтан ары Дон яры буйында 112-се гвардия полкы менән һуғышҡа инәләр. Көнө-төнө тынмаған дошман пулёметтары ата, бер туҡтауһыҙ снарядтар шартлай. Үлемесле алыш дауам итә. Беҙҙекеләр бар көсөнә тиклем торорға, һуңғы патронға тиклем атырға, бирешмәҫкә тырыша. Ләкин көстәр тигеҙ булмай, дошманды туҡтатыу мөмкин түгел. Бер мәл олатайымдар әсирлеккә эләгә һәм күпмелер ваҡыттан һуң унан ҡасып, Чехословакия ерендә партизандар отрядына ҡушылалар. Татр тауҙарын эсенә алған урманда ҡыйыу Ян Жижка исемендәге партизандар отряды урынлашҡан була. Олатайымдар үҙенең дошманға ҡаршы һуғышын ошо отрядта дауам итә. Партизандар­ҙың бурысы – Татр тауҙары артындағы заводҡа немецтарҙы яҡын ебәрмәү. Фашистар­ҙың автоматтары, грамоталары менән ҡоралланған партизандар аңғармаҫтан һөжүм итеп, дошмандың бик күп складтарын, танкыларын юҡ итәләр, күперҙәр­ҙе шартлаталар. Әлбиттә, партизандарға аҙыҡ-түлек менән ауыл халҡы ла ярҙам иткән. Бер нисә ҡатын-ҡыҙ аш бешергән, һалдаттарҙың кейемдәрен йыуған. Партизандар бик һаҡ булған, сөнки дошмандың һиҙеп ҡалыуы мөмкин бит.

1945 йылдың февраль айында Совет Армияһы Чехословакияны азат итә. Партизандар Оломоуц ҡалаһында июнгә тиклем була. Уларҙы 30-сы бүлек десантсылар батальоны итеп билдәләйҙәр. Еңеү көнөн олатайым Чехословакия ерендә ҡаршылай. Тик 1947 йылдың июлендә генә уға тыуған еренә әйләнеп ҡайтырға насип була. Өйҙә үҙен өҙөлөп һағынған әсәһе һәм Фәйзәхмәт ҡустыһы ҡаршылай. Һуғыштан һуң ауыл бөтөнләй ярлыланып ҡалған, ашарға ла юҡ. Быларҙы күреп, олатайымдың йәне әсей. Иртәгеһен үк колхозға хисапсы булып эшкә урынлаша. Хаҡлы ялға сыҡҡансы данлыҡлы «Урал» совхозының Әбдрәш бүлексәһендә ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Олатайым намыҫлы һәм бәхетле ғүмер кисереп, 2006 йылда вафат була.

Тарихи ваҡиғаларҙың күренекле герой­ҙары, илебеҙ яҙмышындағы хәл иткес мәлдәрҙең ҡатнашыусылары – олатай­ҙарыбыҙ бит. Улар беҙҙең бәхет­ле киләсәк, хәҙерге көндәрҙә барыбыҙ тыныс һәм имен йәшәһен өсөн көрәшкән.

Илебеҙ азатлығын һаҡлап, беҙ аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәгәнебеҙ өсөн олатай­ҙарыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлемен!

Зилиә БАТЫРШИНА,V синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы 1-се мәктәп.