-6 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 74
11 Май 2019, 06:20

Яҡташтары иҫтәлегенә Белоруссияла 57 алмағас ултырта

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында күпме кеше һәләк булған һәм әллә күпмеһе хәбәрһеҙ юғалған. Ошо ҡанлы йылдарҙың шаңдауы әле лә ишетелә, туғандары, яҡындары олатайҙары хаҡында ниндәй ҙә булһа хәбәр алырға теләп, һаман да эҙләнеүҙәрен дауам итә.Шундайҙарҙың береһе – Зөһрә Камил ҡыҙы Латипова. Ул атаһы яғынан ҡартатаһы – Низам Мәрғәмовты эҙләүҙе 2016 йылда башлай. Ҡартатаһы Илеш районы Ишҡар ауылынан, колхоз рәйесе, партия ағзаһы була, уңыш йыйып алғандан һуң, 1941 йылдың сентябрендә, үҙ теләге менән фронтҡа китә.

– Мәктәптә V – VI синыфтарҙа уҡығанда атайымдан беҙҙең ҡартатайыбыҙҙың ҡайҙа булыуын һораша башланым. «Бөйөк Ватан һуғышында вафат булған. Белоруссияла үлгәнен беләбеҙ, тик ваҡыт ҡына етмәй, ҡәберен эҙләп табырға ине. Бер аҙ бушағас, бәлки, бергәләп тә барып килербеҙ», – тип яуаплай торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ бик иртә, 52 йәшендә генә, беҙҙең арабыҙҙан китеп барҙы.

Үҙем хаҡлы ялға сыҡҡас, урман хужалығында юрист, бүлек етәксеһе булып эшләнем. Олоғайған һайын ҡарт­атай, өләсәйҙәр йыш иҫкә төшә башланы. Туҡта әле, атайымдың үтәлмәгән бурысын мин башҡарып ҡуяйым, тип ҡартатайымды эҙләргә тотондом. Рәсәй Оборона министрлығынан кире яуап килде. Атайымдың Белоруссияның Могилёв яҡтарында үлеүе тураһында һөйләгәнен иҫләп, ошо өлкәнең комитет рәйесе Владимир Викторович Доманевскийға электрон почта аша хат ебәрҙем. Күпмелер ваҡыт үткәс, Быхов районы хакимиәтенең төп белгесе Роман Дмитриевич Галынскийҙан: «Архив мәғлүмәттәре буйынса, Илеш районы Ишҡар ауылынан 1897 йылғы Низам Мәрғәмов 1944 йылдың 12 мартында үлтерелгән, Белоруссия Республикаһы Могилёв өлкәһенең Быхов районы Городец ҡалаһынан 1 мең 500 саҡрым алыҫлыҡта бер урында ерләнгән», – тигән хәбәр килеп төштө. Уны алғас та шул уҡ йылды барырға һәм ҡартатайымдың ҡәберен табырға ҡарар иттем. Йыйына торғас, сентябрь, октябрь айҙары үтте. Таныш булмаған урынға барыу бер аҙ ҡурҡыта, етмәһә, бер кемде лә белмәйем. Туғандарым да: «Шулай кешеләр китә лә юғала», – тип хафалана. Мин, урман хужалығында эшләгән кеше, ниңә юғалырға тейешмен, тинем дә юлға сығыр алдынан интернеттан Быхов урман хужалығы директоры Виктор Борисович Кузнецовтың номерын табып, шылтыраттым. Бөтә хәлде аңлатып бирҙем, бик матур, йылы итеп һөйләште. «Тура үҙебеҙгә кил, ярҙам итербеҙ», – тигәс, хатта илап ебәрҙем.

Быхов ҡалаһына килеп төшкәс, Виктор Борисовичҡа шылтыраттым, ул район башҡарма комитеты һәм Городец урмансылығы хеҙмәткәрҙәре менән ҡәберлек урынына барыуҙы ойошторҙо. Городец урмансылығы урмансыһы Сергей Викторович Кузнецов (Быхов урман хужалығы директорының улы икән) һөйләүенсә, алдан уҡ хәбәр алғас та ҡаланан 1,5 саҡрымға төньяҡҡараҡ барып ҡараған һәм унда тәре ҡуйылған исемһеҙ ҡәберлекте күрә.

Беҙ унда 2 ноябрь көнө иртән килдек. Ап-аҡ булып ҡырпаҡ ҡар яуа башланы. «Һеҙҙе Аллаһы Тәғәлә үҙе ебәргәндер. Бөгөн беҙҙә борондан һаҡланып килгән милли байрам, олатайҙарҙы иҫкә алыу көнө», – тинеләр. Ҡартатайымдың ҡәберлеге кәртәләнеп алынған, юлдан әллә күпме ситтә ятһа ла, ҡаралған ине.

Өфөгә ҡайтҡас, тыуған яғыма – Ишҡарға барып әйләнергә булдым. Туғандар менән бергә өләсәйемдең иҫке фотоһүрәттәрен ҡарап ултырғанда ниндәйҙер мөғжизә менән һаҡланып ҡалған ҡартатайымдың үлем ҡағыҙы килеп сыҡмаһынмы. Унда ҡайҙа һәләк булыуы тураһында яҙылғайны. Хәҙер инде тапҡан ҡәберлектең, ысынлап та, ҡартатайымдыҡы булыуына тағы бер ҡат ышандым. Яҡындарыма Белоруссияла мине һәйбәт ҡаршылау­ҙарын, 1941 – 1945 йылдарҙа һәләк булған һалдаттар һәм офицерҙарҙы нисек хөрмәтләп, ҡәберҙәрен ҡарап тороуҙарын һөйләнем.

Ә ҡартатайымдың ҡатыны, йәғни минең өләсәйем 1989 йылда донъя ҡуй­ҙы, икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡманы, бер үҙе дүрт баланы аяҡҡа баҫтырҙы. Ғүмер буйы фронтта һәләк булған ирен хәтерләп йәшәне.

Икенсе йылына беҙ, хәрби ҡәберлек паспортлаштырылып, 7546 һаны ҡуйылды, һәйкәл килеп ҡуя алаһығыҙ, тигән хәбәр алдыҡ. Мин ике туған апайым менән барып, белорус дуҫтарыбыҙ ярҙамында ҡартатайыбыҙға һәйкәл ҡуйып ҡайттыҡ. Уны Быхов урман хужалығы һәм Городец урмансылығы хеҙмәткәрҙәре шефлыҡҡа ла алды.

Инде хәҙер Белоруссияла йыл һайын булабыҙ. Былтыр 22 июнь көнө өлкән ейәнем Таһирҙы алып барҙым: ҡарт­атайыбыҙҙың ҡәберлегендә булдыҡ, сәскәләр ултырттыҡ, Ҡайғы һәм хәтер көнөнә арналған район сараларында ҡатнаштыҡ. Ейәнемә урман хужалығы, тыуған яҡты өйрәнеү музейын күрһәттем, ҡаланы ҡараныҡ. Бик матур урында Днепр йылғаһынан өҫтәрәк урынлашҡан Барколабов ҡатын-ҡыҙҙар монастырының эсен инеп күрҙек. Элек ул һуғыш ваҡытында ныҡ емерелгән булған, хәҙер инде тергеҙелгән. Ҡатын-ҡыҙҙар монастыры башлығы әйтеүенсә, эргәләрендә баҡса үҫтерергә хыялланалар ҙа, тик ваҡыттары ғына етмәй, балалар йортон да шефлыҡҡа алғандар. Әгәр ҙә мин Башҡортостандан Быхов районында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 57 яҡташыбыҙ иҫтәлегенә алмағастар ултыртһам, нисек булыр инек икән, тип һорайым. Ә был мөмкинме, тип ҡыуанып киттеләр. Теләк кенә булһын, барыһын да тормошҡа ашырып була, тинем. Улай­һа, архиепископтан, район хакимиәтенән рөхсәтнамә һорарбыҙ, тиҙәр, – тип ҡартатаһын эҙләү тарихын ентекләп һөйләй беҙгә Зөһрә Латипова.

Тыуған яҡтарына юлланғас, оҙаҡламай Барколабов ҡатын-ҡыҙҙар монас­тыры эргәһенә алмағастар ултыртыр­ға рөхсәт бирәбеҙ, тигән хат килеп төшә. Быйыл 5 май көнө был изге эште атҡарырға ниәтләп, Зөһрә Камил ҡыҙы тағы юлға сыҡты. Еңеү көнө алдынан Белоруссияның Быхов районында һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә Башҡортостандан алып килгән 57 алмағас ултыртылып, уларҙың исемдәре мәңгеләштерелде.
Читайте нас в