-9 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 74
11 Май 2019, 06:26

Яугир олатайымдың ҡаһарманлығы

Һәр ғаиләнең өй түрендә яҡын, ҡәҙерле кешеләренең фотолары була. Өләсәйем менән олатайымдарҙың йорттарында ла стенала иҫтәлекле бер портрет тора.

Ауылға ҡайтҡан һайын өләсәйем фотоальбомындағы һүрәттәрҙә кем төшөрөлгәне, уларҙың яҙмышы тураһында һөйләй. Һәр береһе үҙенә күрә бер тарих, иҫтәлек һаҡлай. Бигерәк тә бер һарғайған иҫке фотоһүрәт ҡыҙыҡһындырҙы. Ул 1960 йылдар тирәһендә төшөрөлгән. Фотола өләсәйемдең олатаһы Муса Хөсәйен улы Хөсәйенов икән. Мин уға туғанлыҡ ебе буйынса ейәнсәренең ейәнсәре булам. Муса олатайым Тәтешле районының Гәрәбаш ауылында 1901 йылда ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1929 йылда Йәмиғә өләсәйем менән өйләнешәләр. Дәһшәтле һуғыш еле уларҙың да тәҙрәһенә сиртә. Муса олатай беренселәрҙән булып яуға китә. Башта Украина фронтында Ровно ҡалаһында барған һуғыштарҙа ҡатнаша.

Йәмиғә өләсәйем береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала менән бер үҙе тороп ҡала. Иң ҙурына – ун бер, кесеһенә бер йәш кенә була. 1941 йылдың көҙөндә Ленинградтан бер айлыҡ бала менән һеңлеһе Әминә эвакуацияланып ҡайта. Иртә таңдан ҡараңғы кискә тиклем еңеү өсөн тырышып эшләйҙәр. Оло улы менән ҡыҙы ла, бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, колхоз эшенә йөрөй. Уларҙың икеһенә йүнләп уҡыу ҙа эләкмәй.

1942 йылда Муса олатай ҡамауға эләгеп, әсирлеккә төшә. Польшала бер йылға яҡын тотҡонда була. Йүнләп урыҫса белмәгән олатайымды немецтар телһеҙ кеше тип уйлай. Фашистар уға аттарҙы ҡарарға ҡуша. Олатайым шунда телһеҙ ролендә ат аҙығы менән туҡланып, ыҙа сигә. Ниндәй генә тән һәм йән яралары кисермәһен, ул рухи яҡтан һынмай. Ғаиләһенә, Тыуған иленә ҡарата һөйөүе, тоғролоғо, йәшәү теләге ныҡ була. Шуға ла әсирлектән ҡасырға көс таба. Бер нисә көн борсаҡ бесәне өйөмө аҫтында йәшенеп ята. Немецтар бесәнлеккә аталар, шунда олатайымдың аяғы яралана. Уны үлгән тип уйлайҙар. Артабан аңына килгәс, поляк кешеһе совет ғәскәрҙәре яғына сығырға ярҙамлаша. Олатайымды госпиталгә оҙаталар. Һуңынан ауылға ҡайтып төшә. Унда бер аҙна тирәһе була ла тағы фронтҡа китә.

Был юлы 1-се Белоруссия фронтында 941-се уҡсылар полкының пулемётсыһы була. Ул Польша, Балтик буйы ҡалаларын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Икенсе тапҡыр аяғы яраланып, госпиталдә ята. Шунда документтарын юғалта. 1945 йылдың декабрендә фронттан ҡайта. Үҙенең тыуған ауылында колхозда эшләй. Йәмиғә өләсәйем менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Яраланыуҙар, әсирлектә булыу, бөтмәҫ эҙәрлекләүҙәр эҙһеҙ үтмәй. 1969 йылдың октябрендә һуғыш яраларынан ауырып, вафат була.

Яугир олатайым тураһында мәғлүмәтте Айгөл апа­йым интернеттан эҙләп тапты. Ысынлап та, уның батырлығы тураһында «Халыҡ ҡаһарманлығы» http://podvignaroda.ru сайтына ҡуйылған. Был эҙләнеүҙә шуныһы асыҡланды: Балтик диңгеҙе буйындағы Хорст һәм Ревальд ҡалаларын алғанда 150 немецты юҡ итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн олатайыма 1945 йылдың 14 мартында өсөнсө дәрәжә Дан ордены бирергә тәҡдим ителеүе, йәғни бойороҡ күсермәһе табылды.

Утты-һыуҙы кискән олатайым үҙенең наградаһын күрмәне, белмәне лә. Етмәһә, әсирлеккә эләгеү – уның яҙмышындағы ҡара тап. «Ғөмүмән, хаҡлыҡ эҙләү, үҙе тураһында һөйләп йөрөү уға хас күренеш түгел, ғорур кеше ине», – тип һөйләй туғандарым.

Беҙ, уның вариҫтары, һуғыш бөтөп, 70 йыл үткәс кенә олатайымдың ниндәй ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткәнен белдек һәм әле сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Яугир ветерандарыбыҙ сафы көндән-көн һирәгәйә, хатта ҡайһы бер райондарҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалдылар. Беҙ уларҙың батырлығын бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ. 30 миллионға яҡын кеше ғүмере менән яулап алынған Ер йөҙөндәге иң Бөйөк Еңеү беҙгә йәшәү, тормош, тыныслыҡ бүләк итте. Фашистарҙы тар-мар иткән совет һалдатының данын рәхмәт менән иҫкә алайыҡ. Олатай-өләсәйҙәребеҙҙең Еңеү байрағын тап төшөрмәйенсә, берҙәм булып, киләсәк быуындарға маяҡ итеп тапшырайыҡ.

Ынйы ЗАКИРОВА, V синыф уҡыусыһы.
Нефтекама ҡалаһы, 6-сы мәктәп.