Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
26 Ғинуар 2020, 18:42

100 йәшлек ветеран

Өфө ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтиховаға ошо көндәрҙә 100 йәш тулды.

Уны бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотларға "Хәрби туғанлыҡ" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Өфө ҡалаһы Калинин районы буйынса вәкиле Альберт Йомағолов һәм 74-се мәктәп уҡыусылары килде. Зенитсы инәй Сталинград алышында ҡатнашҡан, һуғышта Берлинғаса барып еткән. Ә һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән. Уҡыусылар хөрмәтле ветеран өсөн йырҙар башҡарҙы, шиғырҙар һөйләне, бейене. 100 йәшлек ветерандың хәтере яҡшы булыуы һуғышты кисергән олатай-өләсәйҙәребеҙҙең ни тиклем көслө ихтыяры булыуы тураһында һөйләй. Мөсәйрә инәй Фәтиховаға ныҡлы һаулыҡ һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылауын теләйбеҙ.
Читайте нас в