-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
31 Ғинуар 2020, 15:06

Батырлыҡ дәресе

Хәтер һәм дан йылы уңайынан беҙҙең балалар китапханаһында 26-сы мәктәптең IV «А» синыфы уҡыусылары өсөн «Ленинград блокадаһы биттәре» тигән батырлыҡ дәресе үтте.

Китапханасылар балаларға блокада, унда йәшәүселәргә ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килгәнлеге хаҡында һөйләне. Ҡыҙҙар һәм малайҙар эшселәргә тәүлегенә бирелгән – 250, эшләмәгәндәргә 125 грамм икмәкте үҙҙәре үлсәп ҡараны. Был дәрестә фронтҡа ярҙам итеп, үҫмер йәштәге уҡыусыларҙың заводтарҙа нисек тир түгеүҙәрен дә белделәр.

Дәрес аҙағында бергәләп «Торналар» йырын тыңланыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында кино ҡараныҡ.

Лена ЗАКИРОВА, 40-сы моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас в