-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
2 Февраль 2020, 08:05

Бөгөн – Хәрби дан көнө

2 февралдә Рәсәйҙә Хәрби дан көнө билдәләнә.

Бөйөк Ватан һуғышында хәл иткес әһәмиәткә эйә булған Сталинград яуы нәҡ ошо көндә еңеү менән тамамлана. 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара ул, 200 көн дауам итә. Сталинград яуында һәләк булғандар иҫтәлегенә Волгоградта, Мамай ҡурғанында тотош һәйкәл-ансамбль асыла. Ундағы иң бейек "Тыуған ил – әсә саҡыра" тигән һәйкәл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына төҙөкләндерелде.
Читайте нас в