+1 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
5 Февраль 2020, 13:25
Кем оҫта һөйләй, Мәскәү көтә!
Бөтә Рәсәй балалары өсөн Бөйөк Еңеүгә арналған "Еңеү тарихы – шиғырҙарҙа" ("История Победы в стихах") исемле видеоконкурс ойошторола.
Ҡатнашыусылар Рәсәй авторҙарының Еңеүгә бағышлаған шиғырҙарын оҫта итеп яттан һөйләргә тейеш. Теләктәре булған 4-тән 18 йәшкә тиклемге балалар бушлай ҡатнаша ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте
https://vk.com/tuntuk
һылтанмаһына инеп таба алаһығыҙ.
Еңеүселәрҙе диплом менән бүләкләйәсәктәр. Ә бына иң-иңдәр Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында "Ҡыҙыл майҙан" китап фестивалендә сығыш яһаясаҡ. Шәп бит! Был сара июнь айында ойоштороласаҡ. Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, ә, бәлки, еңеү һеҙгә йылмайыр!
Читайте нас в