Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
20 Февраль 2020, 11:08

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала

Республикабыҙҙың Милли музейында «Хәрби дан билдәһе аҫтында» тигән күргәҙмә асыла. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнала.

Был күргәҙмәгә 200 йыл эсендә – 1799–1990 йылдарҙа кесе офицерҙар составы һәм ябай һалдаттар бүләкләнгән награда, юбилей билдәләре, значоктар, миҙалдар ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ бында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының наградаларын һәм миҙалдарын, хәрби тарихты хәтерләткән көнкүреш әйберҙәрен, ҡоралдарҙы, костюм комплекстарын күрергә була. Күргәҙмә бөтә йәштәгеләр өсөн дә тәғәйенләнә.
Читайте нас в