Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
21 Февраль 2020, 16:22

Абитуриенттарға – өҫтәмә балл

24 апрелдә үтәсәк «Еңеү диктанты»н Башҡортостанда 79 майҙансыҡта яҙасаҡтары билдәле булды.

Был Бөтә Рәсәй акцияһына юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, республиканың Хәрби дан музейында, «Рәсәй – минең тарихым» тарихи парк биләмәһендә, Мостай Кәрим исемендәге Халыҡ-ара аэропортта ҡушылырға мөмкин буласаҡ.
Тағы шуныһы ла билдәле: Рәсәй фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков белдереүенсә, «Еңеү диктанты»нда һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәткән абитуриенттарға юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә 10 балға тиклем өҫтәләсәк.Беҙҙең республикала һорауҙарҙың 20-һе – Рәсәй, 5-е Башҡортостан буйынса.
Читайте нас в