-27 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
21 Февраль 2020, 11:41

"Ватаныма һөйөүемде туған телдә еткерәм"

Батыргәрәй Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол мәктәбендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап һәм хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә шиғыр һөйләүселәр конкурсы булды.

«Ватаныма һөйөүемде туған телдә еткерәм» исеме менән үткән сарала тарихи үткәнебеҙгә битараф булмаған, телһөйәр һәм илһөйәр уҡыусыларыбыҙ ҡатнашты. Улар Тыуған ил, Бөйөк Еңеү, ил һаҡсылары тураһында шиғырҙар һөйләне.

Бәйгелә барлығы 43 уҡыусы көсөн һынаны, төп еңеүселәр тип Гөлкәй Вәлитова менән Ләйсән Мәхмүтова табылһа, ҡал­ғандар призлы урындар алып һөйөндө һәм төрлө номинацияларҙа билдәләнде.


Гүзәл МӘХМҮТОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Баймаҡ районы.
Читайте нас в