-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
23 Февраль 2020, 21:35

Шайморатов генерал ордены тапшырылды

Бөгөн республикала тарихи ваҡиға булды.

Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөндә тәүге Шайморатов генерал ордендарын тапшырҙы. Награданы иң беренсе булып Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, легендар 112-се Башҡорт кавалерияһы һуғышсылары Мөғин Нагаев һәм Ғабдулхай Зарипов алды. Генерал Шайморатов ордены республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса булдырылды. Ул хәрби, гражданлыҡ бурыстарын үтәгәндә, йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, кешеләрҙе ҡотҡарғанда, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткәндәргә бирелә.
Читайте нас в