-28 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
25 Февраль 2020, 14:21

Конкурста ҡатнашығыҙ

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова «Һалдатҡа хат» конкурсының башланыуы тураһында хәбәр итте.

Сара 2017 йылдан бирле ойошторола. Быйылғыһы Еңеүҙең 75 йыллығына арналып, «Һалдатҡа хат. Һуғыш йылы балалары тураһында» тип атала.

Конкурста һәр уҡыусы ҡатнаша ала. Бының өсөн һуғыш йылдарында йәшәгән йәш геройға хат яҙырға, уларҙың берәйһе тураһында байән итергә, һүрәт төшөрөргә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәтте письмо-солдату.рус сайтынан ҡарағыҙ. Ғариза-хаттар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Ә 9 май алдынан улар хәрбиҙәргә, ветерандарға һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдары балаларына тапшырыласаҡ.

Анна Кузнецова тәҡдиме менән ойошторолған «Һалдатҡа хат» Бөтә Рәсәй фестивале йомғаҡтары буйынса хаттар йыйынтығы баҫтырып сығарыла.

Читайте нас в