-11 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
4 Март 2020, 12:51

Луганск ерендә лә Шайморатов исемендәге мәктәп бар

Луганск халыҡ республикаһының Петровск ҡалаһындағы 22-се мәктәп 2016 йылдан Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә.

Был белем усағында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейы бар, легендар командир, генерал-майор Шайморатовҡа арналған айырым мөйөш булдырылған. Шуныһы мөһим: музей 1945 йылда уҡ ойошторолған.
Тыуған ерҙәрен дошмандан азат иткәндә һәләк булған яугирҙарҙы онотмайҙар. 77 йыл элек, 1943 йылдың 23 февралендә ошо ерҙә һәләк булған яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арнап быйыл да митинг үткәргәндәр. Унда «Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов етәкселегендәге делегация ла ҡатнашҡан.
2009 йылда Петровск ҡалаһында Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугирҙәре иҫтәлегенә сквер һәм таҡтаташ асҡандар. Батыр атлыларыбыҙ иҫтәлеген Луганск ерендә бына шулай һаҡлайҙар. «Башҡорт халҡына рәхмәтлебеҙ», – тиҙәр.
Читайте нас в