«Көт мине һәм мин ҡайтырмын»
Өфөнөң үҙәкләштерелгән киң күләмле китапханалар системаһы ошондай исемдәге акция ойоштора. Уның маҡсаты – патриотик йүнәлештәге Ватан әҙәбиәтен һаҡлау һәм үҫтереү, һуғыш тураһындағы китаптарҙы уҡырға йәлеп итеү. Акция Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.
Был сарала һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн [email protected] электрон почтаһына «Сетевая акция «Жди меня, и я вернусь» билдәһе менән анкета ебәрергә кәрәк. Унан ҡатнашыусы «Бәйләнештә» селтәрендәге үҙенең сәхифәһендә Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҫәрҙән әҙәби геройҙың тойғоларын һүрәтләгән пост, уны ҡылыҡһырлаған өҙөмтә (цитата) һәм күргәҙмә материалын урынлаштырырға тейеш. #Ждименяиявернусь #ЦентральнаягородскаябиблиотекаУфы тигән хэштегты ҡуйырға ла онотмағыҙ. Акция 8 майға тиклем барасаҡ.