-8 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
27 Март 2020, 15:44

"Еңеү тураһында ишеткәс, флаг тотоп, урам буйлап йүгереп йөрөнөк"

– 75 йыл. Уйлап ҡараһаң, кеше өсөн оҙон-оҙаҡ ваҡыт арауығы. Ҡәһәрле һуғыш йылдары һалған тәрән йәрәхәттәр һаман уңалмай. Күп ветерандар беҙҙең арала юҡ инде, баҡыйлыҡҡа күскән. Һуғыш балалары ла һирәгәйә бара.

Ул йылдарҙағы үҫмерҙәргә бәхетле балалыҡ татырға насип булманы, – тип иҫкә ала тыл һәм хеҙмәт ветераны Ирек Рәхмәт улы Ишмәтов.

Яңы Хвалын мәктәбенең VI һәм VII синыфтарында Бөйөк Еңеүгә арналған матур кисә үтте. Уҡыусылар тыл һәм хеҙмәт ветераны Ирек Ишмәтов менән осрашты. Олатай үҙенең бала сағы, мәктәптә уҡыу йылдары хаҡында ауыр көр­һөнөп иҫкә алды: кейергә кейем, китап-дәфтәр булмауына зарланды. Ул заманда мәктәп мейесенә утын яҡҡандар, ҡайһы саҡта һыу утын янмай ыҙалатҡан, бүлмә лә бик йылынмаған. Кейем булмағас, күп балалар мәктәпкә йөрөй алмаған.

– Ашарға ла наҡыҫ ине. Бөтә тапҡан-таянған аҙыҡ-түлек фронт­ҡа китеп торҙо. Малайҙар ғына булһаҡ та, ауырлыҡтарҙан ҡурҡманыҡ, уҡыу­ға ла ынтылыш көслө булды, шулай сынығып үҫтек, бирешмәнек, – тип хәтерләй ветеран.

– Уйнарға ваҡытығыҙ бул­дымы? Ниндәй уйындар уйнай инегеҙ? – тип ҡыҙыҡһынды уҡыусылар.

Һөйләшеү барышында балалар олатайҙың бик күп уйындар белеүенә хайран ҡалды. Уның менән аралашыу бик ҡыҙык ине. Ветерандың һөйләгәнен уҡыусылар тын да алмай тыңланы.

– Бөйөк Еңеүҙе нисек ҡаршыланығыҙ? – тигән һорау ҙа яңғыраны.

– Был һүҙҙе ишеткәс, малайҙар менән ҡыҙыл флаг тотоп, көнө буйы урам буйлап йүгереп йөрөнөк, – тип йылмайҙы Ирек олатай.

Бәхетле тормош менән бер рәттән үҙәккә үткән саҡтары ла булғандыр, шуға ҡарамаҫтан, ветеран үҙен бик бәхетле һанай. Бөгөнгө тормошто маҡтай, бәхетле бала саҡ өсөн бөтә шарттар ҙа булыуына ҡыуана. Тик хәҙерге балаларҙың ни өсөндөр уҡыуға ынтылышы юҡлығына аптырай.

Осрашыу барыһының да кү­ңелендә йылы хис-тойғолар ҡалдырҙы. Кисә һуңында һәр си­ныф хөрмәтле ветераныбыҙ менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә ашыҡты.

Азамат АЛЛАМОРАТОВ, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.
Күгәрсен районы.

Читайте нас в