Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
10 Апрель 2020, 12:34

Фронттан ауыр яраланып ҡайтҡан

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлаша. Ошо көн етеп килгән һайын үҙҙәрен аямайынса һуғышҡан яугир­ҙәр хаҡында иҫкә алмау мөмкин түгел. Мин һеҙгә оло олатайым Исмәғил Әмиров тураһында һөйләргә теләйем.

Ул 1924 йылда Хоҙайбирҙин ауылында тыуған. Бәләкәйҙән үк эш яратып, туғандарына ярҙамсыл булып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем колхозда тракторсы булып эшләй. Ун һигеҙ йәше тулғас, 1942 йыл аҙағында фронтҡа китә.

Тәүге тапҡыр дошман менән күҙгә-күҙ осрашыуы Харьков ҡалаһы өсөн барған һуғышта була. Бынан һуң Исмәғил олатайым Молдавия, Румыния, Болгария, Венгрия илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Ябай йәйәүлеләр дивизияһы һалдаты булараҡ, ул һәр саҡ алғы сафта йөрөй.

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаты алыштарында олатайым дүрт тапҡыр яралана. 1945 йылдың ғинуары уның өсөн һуғыштың һуңғы айы була. Ни эшләһен, ауыр яраланғас, беренсе төркөм инвалиды булып, тыуған яҡтарына ике ҡултыҡ таяғы менән ҡайтып төшә.

Был ваҡытта ауылда тормош бик насар хәлдә була. Ундағы бөтә мәшәҡәттәр ҡарт-ҡоро, бала-саға, ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. Олатайым да алған яралары уңалып та бөтмәҫтән тракторға ултыра. Игенде йыйып, илде икмәк менән туйындырыр өсөн көсөн йәлләмәй. 1949 йылда ола­тайымды тракторсылар бригадиры итеп тә­ғәйенләйҙәр. Улар хатта район кимәлендә иң алдынғылар рәтенә сыға.

Исмәғил олатайымдың үҙ эшен яратыуын, тырышлығын күреп, күр­һәткән хеҙмәттәрен иҫәпкә алып, Мәскәүгә делегат итеп тә ебәрәләр. Унда миҙал менән бүләкләнә.

Ә 1958 йылда олатайым Хоҙайбирҙин колхозына рәйес итеп һайлана. Ошо ҙур хужалыҡты һигеҙ йыл етәкләй. Унан һуң күп кенә вазифаларҙа эшләй. Бригадир, ферма мөдире лә була.

Фиҙакәр хеҙмәте өсөн халыҡ үҙен алты тапҡыр ауыл, ике тапҡыр район советы депутаты итеп һайлай. 1986 йыл колхоздың дөйөм йыйылышы ҡарары менән «Хоҙайбирҙин исемендәге колхоздың атҡаҙанған колхозсыһы» тигән почётлы исем бирелә. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнә.

Ауылдаштары күңелендә ғәҙел, иғтибарлы, изге күңелле кеше булараҡ иҫтә ҡалған оло олатайыма быйыл 96 йәш тулған булыр ине. Беҙ, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре, уны бер ҡасан да онотмабыҙ.

Лилиана ХӘСӘНОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Күгәрсен районы, Хоҙайбирҙин мәктәбе.

Читайте нас в