Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
20 Апрель 2020, 11:33

Батыр үҙе үлһә лә, даны ҡала

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының IV «Б» синыфында «Батыр үҙе үлһә лә, даны ҡала» тигән синыф сәғәте үтте.

Уны мәктәптең тәрбиә буйынса директор урынбаҫары Марат Ғилманов ойошторҙо. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, Рәсәй Геройы генерал Шайморатов тураһында бик күп мәғлүмәт еткерҙе уҡыусыларға Марат Әнис улы. Уҡыусылар данлыҡлы дивизияның һуғыш юлына күҙәтеү яһаны, наградаларын барланы.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан был синыф сәғәте дүртенселәр өсөн бик фәһемле булды, тип хәбәр итте дәресте ситтән күҙәтеүсе әсәй Рәзилә Ырыҫҡужина.
Читайте нас в