-8 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
3 Май 2020, 22:48

Скульптура әҙер!

Волгоград ҡалаһының Мамай ҡурғанындағы "Ватан-әсә саҡыра!" cтатуяһы "Сталинград һуғышы Геройҙары" һәйкәл-ансамбленең композицион үҙәге булып тора. Ул 1959 йылда төҙөлә башлай. 1967 йылда рәсми рәүештә асыла һәм, иң ҙур скульптура-статуя булараҡ, Гиннестың рекордтар китабына индерелә.

Дөйөм бейеклеге - 87 метр, Ҡатын-ҡыҙ һынының үҙенең генә оҙонлоғо - 52 метр, ҡылысы - 33 метр. Һәйкәлдең ауырлығы - 8 мең тоннанан күберәк.
"Ватан-әсә саҡыра!" cкульптураһын 2017 йылда төҙөкләндерә башлайҙар. Каркасты тотоп торған 99 тросты алмаштырғандар. Скульптураны 1 майға төҙөкләндереп бөткәндәр. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тантаналы асылырға тейеш ине, әммә коронавирус пандемияһы арҡаһында был ваҡиға билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә.
Читайте нас в