-10 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
4 Май 2020, 12:00

Һауа парады буласаҡ!

9 майҙа Еңеү парадын үткәрә алмаһаҡ та, Һауа парады һәм салют буласаҡ.

Самолеттар һәм вертолеттар парады Рәсәйҙең 32 ҡалаһында уҙасаҡ. Билдәле булыуынса, Еңеүҙең 75 йыллығына 150 самолет һәм вертолет осорға тейеш ине. Репетициялар мартта уҡ башланды.
Бөгөн Мәскәүҙә тәүге күнекмә уҙа. 9 майҙа шулай уҡ, мәҫәлән, Көнбайыш хәрби округынан Санкт-Петербург, Курск, Орел, Воронеж, Белгород, Вологда, Ярославль, Түбәнге Новгород, Смоленск, Вязбма, Остров, Калининград ҡалаларында йәшәүселәр һауа парадын ҡарап ҡыуанасаҡ. Үҙизоляция дауам итә, был матурлыҡты өйҙән генә күҙәтергә рөхсәт ителә. Әйткәндәй, парадта ике двигателле самолет һәм вертолеттар ғына ҡатнаша икән. Береһе сафтан сыға ҡалһа, икенсеһе эшләйәсәк, летчиктар ҙа ныҡ әҙерлекле, бөтә хәүефһеҙлек саралары күрелә.
Читайте нас в