-28 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
7 Май 2020, 23:01

Өсмөйөшлө хаттар хәтер яңыртты

Йыл һайын 9 май етһә, ҡулыма өс олатайымдың фотоларын тотоп, «Үлемһеҙ полк»ка сығам.

Ошоға тиклем дә улар менән ҡыҙыҡһына инем. Ә был юлы ҡулыма Һәмән ауылында йәшәүсе Рәфҡәт олатайым Кинйәбулатовтың атаһы, минең ҡартатайым Хөснитдиндең һуғыштан яҙған өсмөйөшлө хаты килеп эләкте. Был иҫтәлек Билал мәктәбенең музейында һаҡланған. Ул хатта ошондай юлдар бар: «…ярай, Вазифа, һин балаларҙы яҡшы көт. Мин һау булһам, бер ҡайтырмын, дошманды бөтөргәс. Заһритдин улым, һиңә минән шул сәләм. Әсәйеңдең һүҙен тыңлап йөрө. Ҡустыларыңды һуҡмай-ҡаҡмай көт. Рәйес ҡустыңды уҡытырға тырыш. Үҙең инде уҡый алмаҫһың. Һау ҡайтһам, уҡытырмын. Ярай, балаҡайҙарым, һеҙ ныҡ эш­ләп, фронтҡа ярҙам итегеҙ. Ә беҙ бында дошманды бөтөрөргә тырышыр­быҙ, тиҙ арала бөтөрөрбөҙ һәм беҙ­гә ҡайтып килергә насип итһен. 09.10. 1942 йыл».

Ләкин Хөснитдин олатайым яу яландарынан әйләнеп ҡайтмай. Ошо хат килеп, бер нисә ай үтеүгә Ленинград блокадаһын өҙөүҙә ҡатнашып, батырҙарса һәләк була. «Ҡара ҡағыҙ» алған Вазифа ҡартәсәйем береһенән-береһе бәләкәс биш малайы менән яңғыҙ ҡала.

Таһир ауылынан әсәйемдең олатаһы, минең ҡартатайым Хызыр Ҡотләхмәтов та яу яланында ятып ҡала. Тыл ветераны булған Сәмиғә ҡартәсәйемә бер үҙенә биш малайын, бер ҡыҙын аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Ике ҡартәсәйем дә һуғышта үлгән ирҙәрен көтөп, ғүмер буйы яңғыҙ йәшәй.

«Үлемһеҙ полк»ка тағы ла бер олатайымдың фотоһын тотоп сығам. Һәмән ауылында йәшәүсе өләсәйемдең атаһы, минең ҡартатайым Ғәлиулла Биктимеров та фронтҡа китә. Ул дошмандарҙы тар-мар итеп, һуғыштан тыуған ауылы Таһир­ға имен-һау әйләнеп ҡайта. Ололар һөйләүе буйынса, йор һүҙле, аҡыллы, кеше йәнле, эшһөйәр олатайым менән тыл ветераны Әсмә ҡартәсәйем күптәргә өлгө булып йәшәгән.

Тағы ла бер ҡартатайым Йәрмөхәмәт Ғайсин һуғышҡа бармай. Улар Сәфәрбикә ҡартәсәйем менән тылда тир түккән.

Мин һуғыш һәм тыл ветерандары булған оло быуын кешеләре менән хаҡлы рәүештә ғорурланам һәм тыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн улар алдын­да баш эйәм. Бар көсөмдө һалып уҡыр­ға, тәртипле булырға тырышам. Тыныс­лыҡтың, тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләйек!

Юлдаш БУЛАТОВ, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Читайте нас в