-1 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
8 Май 2020, 11:42
Батырҙарса һәләк була
Минең ҡартатайымдың атаһы Ғатау Зиннәт улы Ваһапов та Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Ул 1943 йыл башында яуға китә һәм шул йылдың 19 ноябрендә батырҙарса һәләк була. Гомель өлкәһе Ветка районының Новосёлка ауылында ерләнә. Уға ни бары 27 йәш кенә була.
Улар ғаиләнән өс бер туған – Ғатау, Ғибәт, Зиннәт Ваһаповтар һуғышҡа китә. Мин улар менән ғорурланам.
Ильяс ВАҺАПОВ,
V «Б» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Иҫке Сибай мәктәбе.
Читайте нас в