Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
8 Май 2020, 00:00

Ҡуш йөрәкле батыр

Һаумыһығыҙ, балалар! Мин һеҙгә бик алыҫтан, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец илбаҫарҙарынан совет яугирҙары азат иткән Чехиянан, яҙам.

Был ил социализм тарҡал­ғанға тиклем Чехословакия тип йөрөтөлгән, хәҙер иһә ике илгә: Чехия һәм Словакияға бүленгән. Совет ғәскәрҙәре килеп еткәнсе сик буйында торған генерал Шернерҙың миллионлы армияһын тарҡатыр, еңер, Европаға юл асыр өсөн партизандар отряды ойошторорға кәрәк булған. Ә уларҙы Украинала «Урман мәктәбе»ндә уҡытҡандар, партизан һуғышы тактикаһы, нисек итеп юлдар, станциялар, тимер юлындағы сос­тавтарҙы шартлатыу, миналар ҡуйыу һәм уларҙан таҙартыуҙы, шулай уҡ чех, словак, немец телдәрен, ундағы халыҡтарҙың йолаларын, был ерҙәрҙең географияһын да өйрәнгәндәр. Партизандарҙы икенсе төрлө диверсант-разведчиктар тип тә атайҙар.

1944 йылдың көҙөндә тәүге егерме бер десантсы Словакияның Склабиня тип аталған ауылына яҡын урманға самолёттан парашюттарҙа һикерә. Төрлө милләтле разведчиктарҙың барыһы ла имен-аман төшә, улар араһында беҙҙең ике яҡташыбыҙ ҙа була. Береһе – Баҡалы районы Иҫке Балыҡлы ауылынан Даян Баян улы Мурзин, икенсеһе – Саҡмағош районынан хәрби табип Мирғәлим Латипов, ә ҡал­ғандары – украиндар, урыҫтар, словактар һәм чехтар. Уларҙы отрядтың командиры словак милләтле Ян Ушияк ҡаршы ала. Ул да башта – Башҡортостандың Кушнаренко ауылында, һуңынан –Украинала әҙерлек үткән батыр, талантлы командир.

Партизандарға Чехия, Словакия тауҙарында һуғышыуы еңел бирелмәй: башта улар диңгеҙ кимәленән 1 мең 257 метрҙа ятҡан Княгиня тауында урынлаша, сөнки юғарынан барыһы ла ус төбөндәге төҫлө күренеп торған. Партизандар үҙҙәренә үҙҙәре ҡорал, аҙыҡ, кейем-һалым, дарыуҙар ҙа табырға тейеш була. Тауҙар­ҙа блиндаждарҙа, бункер­ҙарҙа йәшәйҙәр. Әлбиттә, унда бер ниндәй ҙә тормош шарттары булмай, сөнки партизандар карателдәр­ҙең ҡулына төшмәҫ өсөн даи­ми рәүештә йәшәү урынын алмаштырып торған. Яралыларҙы ҡайһы саҡта шул бункерҙарҙа ҡалдырып кит­кәндәр, уларҙы немецтар­ҙан йәшенеп кенә тирә-яҡтағы ауылдарҙа йәшәгән кешеләр дауалап, ҡарап торған.

Ләкин урындағы халыҡҡа ситкә сығыу тыйылған була – урман, тау юлдарында «Ахтунг, партизанен!» тигән яҙыуҙар эленеп ҡуйыл­ған. Кем партизандарға ярҙам итә, уларҙы карателдәр аямаған: аҫҡан, киҫкән, ауылдар буйлап язалап йөрөткән, төрмәләргә, концлагерҙарға япҡан.

Даян Мурзин күп тапҡыр­ҙар ҡаты яралана, уны күп тапҡырҙар отрядҡа партизан исеме менән килгән һатлыҡ йәндәр немецтарға тоттора яҙа, ләкин батыр яҡташыбыҙҙың һиҙгерлеге уны ҡотҡарып ҡала. Ян Ушияк менән Даян Мурзинды ҡулға алыу өсөн Гитлер күп аҡсалар вәғәҙә итә, уны тотоу өсөн үҙенең иң уҫал, иң тәжрибәле диверсанты Отто Скорцениҙы ебәрә. Ләкин ул да теләгенә ирешә алмай.

Шулай ҙа бер ваҡыт Франт Дворжак исемле бер һатлыҡ йән арҡаһында ул командир Ян Ушияк менән ҡамауға эләгә. Шул сағында уларҙың аяҡтарына аталар. Ни өсөн тигәндә, Гитлер икеһен дә тере килеш тотоп килтерергә ҡуша. Ошо ҡамалышта карателдәр Ян Жижка бригадаһы бункерҙарын туҙҙыра, ундағы яралы партизандарҙы атып үлтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ушиякты йәшенгән урынынан табып алып, Дворжак гестапосыларҙы алып килә. Батыр командир һатлыҡ йәнгә атһа ла, тейҙерә алмай. Дошман­ға бирелмәй, һуңғы пуляны ул үҙенә ҡалдыра. Ә Даян Мурзинды Ян Ткач тигән урмансы ҡотҡара, яҡташыбыҙҙың яраларын бәйләп, ашатып, эсереп, һаҡлам ризыҡ ҡалдырып, уны урманда үҙе ҡаҙған бункерға йәшерә. Шул арҡала Даян Баян улы иҫән ҡала һәм ҡалған партизан отрядтары менән осраша. Ушияк һәләк булғас, Украина партизандар штабы уны отрядтың командиры итеп билдәләй.

Ул йылдарҙа тауҙарҙа партизан отрядтары бик күп булған. Даян Мурзиндыҡы ҙурайып китеп, бригадаға әйләнә һәм унда төрлө милләтле ике меңгә яҡын партизан һуғыша. Улар фашис­тарға ҡаршы алыштарҙа тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтә һәм күптәре чех ерендә һуңғы төйәген таба.

Һуғыш ваҡытында ҡуш йөрәкле яҡташыбыҙ үҙ йәшенән өлкәнерәк күренеү өсөн һаҡал үҫтерә. Сөнки уға үҙенә атай тейешле оло кешеләр өҫтөнән командалыҡ итергә тура килгән. Ошо ҡара һаҡалы өсөн уға «Ҡара генерал» тигән исем йәбешә. Ошондай ҡиәфәтле ҡыйыу партизан командирының фотоһүрәтен немецтар самолёттан тотош ил буйынса ташлатҡан була. Ләкин уны барыбер тота алмайҙар. Еңеү көнөн Даян Мурзин Чехословакияла тамамлай һәм шул көндө үк һаҡалын ҡыра.

1945 йылдың беренсе майында Ян Жижка партизандары Валах Мезижецеһы, Голешов, Всетин, Визовице, Злин һәм башҡа тиҫтәләгән ауыл, ҡалаларҙы азат итә һәм регуляр совет армияһы ғәскәрҙәре менән ҡушыла.

Даян Мурзин – Чехословакияның ун алты ҡалаһы һәм ауылының почётлы гражданины, уның күкрәген 80-дән ашыу совет һәм Чехословакия Хөкүмәтенең орден-миҙалдары биҙәй, ул – Чехословакияның халыҡ геройы. Злин ҡалаһы үҙәк урамдарының береһе социализм йылдарында уның исемен йөрөттө.

Даян Мурзин – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, милли батырыбыҙ, уның исеме Бөйөк Ватан һуғышы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Башҡорт ерендә тыуып үҫкән ҡаһармандың исеме Европала билдәле, тимәк, уның исеме Башҡортостанда ла онотолорға тейеш түгел!

Миләүшә ГОДБОДЬ.

Чехия.
Читайте нас в