+2 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
17 Июнь 2020, 13:19
Еңеү парадына 12 илдән хәрбиҙәр килгән
24 июндә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына айҡанлы үтәсәк парадта ҡатнашыр өсөн 12 илдән хәрбиҙәр килгән.
Был турала парад менән етәкселек итеүсе Олег Салюков хәбәр итә. Молдавия, Монголия, Сербия, Тажикстан, Төркмәнстан, Ҡытай, Әзербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандан килгән хәрбиҙәр репетицияла ҡатнашҡан да инде.
Парадта шулай уҡ хәрби техниканың 48 төрө ҡатнашасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ваҡытында булған Т-34-85 танкылары, СУ-100 артиллерия ҡулайламалары күрһәтеләсәк.
Никита Симонов фотоһы.
Читайте нас в