+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
19 Июнь 2020, 11:40

Өләсәйемә хат

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнөҺаумы, Фатима өләсәй! Һиңә хат яҙырға булдым.

Миңә хәҙер 9 йәш инде. Үҙемде бик бәхетле бала тип һанайым, сөнки эргәмдә яратҡан атай һәм әсәйем, ағай һәм апайым бар. Көн һайын аҡ икмәк кенә ашайым, матур кейемдәремде кейеп, яратҡан уйынсыҡтарым менән уйнайым.

Өләсәй, һин минең һымаҡ саҡта Бөйөк Ватан һуғышы башланғанын беләм. Кесе йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, фермала Рәшиҙә һеңлең менән ҡаҙҙар көткәнһең, баҫыуҙа ҡый үләндәрен йолҡҡанһың, әсәйеңә өй эштәрендә лә ярҙам итергә өлгөргәнһең. Шул йылдың көҙөндә атайыңдың һуғышта үлеп ҡалғанын ишеткәс, бәләкәс кенә йөрәгеңә нисек ҡыйын булғандыр инде.

Күҙ алдымда ике бала һыны тора: мин һәм өләсәй. Икеһенә лә – туғыҙ йәш. Береһенең күҙҙәренән нур ағыла, ҡулдары наҙлы, йомшаҡ, икенсеһенең күҙҙәре уйсан, һағышлы, ҡулдары ҡытыршыланып, ярылып бөткән.

Өләсәйем кескәй генә йәшендә Бөйөк Еңеү өсөн көсөнән килгәндең барыһын да эшләгән. Ә мин илебеҙ өсөн ниндәй эштәр башҡара алам һуң? Иң беренсе, тырышып уҡырға тейешмен. Өләсәйем уҡытыусы булырға хыялланған, тик һуғыш был хыялын селпәрәмә килтергән. Мин дә киләсәктә уның кеүек балалар уҡытырға теләйем. Бының өсөн ныҡ тырышасаҡмын. Өләсәйемдең хыялы тормошҡа ашмаған, ә мин теләгемә ирешәсәкмен.

Беҙ һине иҫләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ, өләсәй!


Ләйсән ИШМЫРҘИНА, III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Бикеш мәктәбе.

Читайте нас в