-17 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
26 Июнь 2020, 13:43

Һуңғы байрам

Төн шаршауын урталайға ярып, йәшен йәшнәне... Әйтерһең, күк көмбәҙе асылды ла унан ергә ҡара аждаһа атылды.

Бәләкәй генә өй алдында инде 100 йылдан ашыу үҫкән ҡарағасҡа ҡойроғо менән һуҡты. Ҡарт ағас урта­ға ярылды ла осо май шәм һымаҡ төтәп яна башланы. Тәҙрә быялалары зыңланы, ауыр арба йыһан буйлап ҡайҙалыр Ҡаф тауы артына тәгәрәне.

Бәхтиәр бабай түҙеп тор­ғоһоҙ һыҙланыу менән яралы аяғын юрған аҫтында көскә күтәреп һалып, уң яғына әйләнеп ятты. Уның ҡолағына: «Кандаккулов! Вперёд! За танками!» – тигән йәш лейтенант Остапенконың тауышы әллә алғы бүлмәлә, әллә ишек алдында яңғыраны. Эй, ошо лейтенант! Һаман минең фамилиямды дөрөҫ әйтә алманы инде. Мин Ҡандаҡҡолов түгел, ә Ҡунаҡҡолов...

Күҙҙәрен йомдо... Алда ҡа­ра төтөн, меңәрләгән һалдат­тар, ер менән күк тоташҡан, халыҡ ағыла ла ағыла. Юл си­тендә генә ике күк күгәрсен сигелгән аҡ ҡулъяулыҡ ҡанға мансылған килеш, осо елберләп ятып ҡалды. Ах, ах! Уны бит Фәриҙәһе һуғышҡа оҙатҡанда ҡыйыуһыҙ ғына, оялып ҡына усы­на йомдор­ғайны ла баһа?! Мин яраландыммы әллә?..

Йоҡоһо осто, ярай әле, былар барыһы һаташыу ғына икән. Ямғыр нисек килһә, шулай юҡҡа сыҡты, таң һыҙыла. Көн матур булырға оҡшай. Ә бит бөгөн – 9 май иртәһе, тик йәшен атҡан ҡарағас ҡына бошондорҙо.

Бәхтиәр бабайҙың атаһы әллә ҡайҙан – Уралдан алып ҡайтып ултыртҡайны уны тәҙрә алдына. Йылдар ҡолас ташлап, алға тәгәрәне, ҡарағас та олпатланды. Өй был ағас янында бәләкәй уйынсыҡҡа әйләнә барҙы.

Бәхтиәрҙе һуғышҡа һуңлап, 1943 яҙында ғына, алдылар, йәше тулмай ыҙалатты. Бөтмәҫ колхоз эштәренән арынып та өлгөрмәне, кис кенә ҡағыҙ тотторҙолар. Фәриҙә менән күп һүҙ атманылар, мыйығы ла сыҡмаған егет йораты нисек хушлашырға ла белмәне. Ҡыҙ биргән ҡулъяулыҡ ҡына таҡ-тоҡ, таҡ-тоҡ елгән поезда йөрәген йылытты, моңһоу һағыштарға һалды...

Йәп-йәш кенә бер ни хәйләһеҙ, бер ни күрмәгән егеттәр баяғы аждаһа ҡотороп шаулаған алыштарға инде һәм күптәре яу яланында мәңгегә ятып ҡалды. Эй, ҡәһәр һуҡҡыры был афәт! Ҡарт уйҙарынан арына алманы.

9 май... Миллионлаған әҙәм һине көттө, әсе күҙ йәштәре, һағыш, ҡара ҡайғылар, юғалтыуҙар аша һәм һуңғы ышаныс менән... Килде ул байрам, килде! Ҡыш та түгел, көҙ ҙә түгел, сәскәләргә, йәшеллеккә, ҡоштар һайрауына күмелеп, яҙҙы еткереп килде ул 9 Май тантанаһы.

Бәхтиәр ҡарт урынынан торҙо. Йәшен атҡан ҡарағас барыбер уйҙарҙан арындырманы. Эй, әттәгенәһе, был нимә булыр икән? Бисә-сәсә көтөү ҡыуып, йәшен атҡан ҡарағасҡа ҡарап, сутыр-сутыр һөйләшеп уҙҙы. Арыраҡ биш-алты ир әңгәмәләшә, үҙ-ара бәхәсләшеп тә китәләр. Бәхтиәр бабай эстән генә: «Пора миңә, ҡарағасҡа ла», – тип ҡыштырлап йөрөп кейемдәр хәстәрләне, эҫе сәй яһап эсте, телевизорын ҡабыҙҙы, шулай ҙа йәм тапмай, ишек алдына сыҡты. Саф һауа, ямғырҙан һуң хозурлыҡ башын әйләндерҙе, иҫертте. Әйтеп тә, аңлатып та бөтмәҫлек ғәзиз еренә, иленә, ауылына, ошо еренең тәбиғәтенә, ошонда йәшәлгән йылдарына рәхмәтле бер илаһи көс алҡышына килеп тығылды. Ул бит миллиондар араһынан, ғәзиз тупрағына төҙөлмәҫлек яралар менән булһа ла, әйләнеп ҡайта алды. Донъя ҡорҙо, Фәриҙәһен ҡосто, балалар үҫтерҙе, илде күтәреүҙә йәнен-тәнен аямай тырышты. Ә бит йөрәк һыҡратып, күпме балалар тыумай ҡалды, күпме әсәләр, ҡатындар, апайҙар ғүмер буйы өнһөҙ иңрәп, ғәзиздәрен көтөп йәшәне. Ә ул ут эсенән иҫән-имен сыға алды.

Бына тағы бөгөн 9 май етте. Ҡарт ауыр атлап урамға сыҡты. Кесе улы ҡаршыһында ғына машинаһын ҡарай, сәләм бирҙе, ниҙер һораны, буғай. Алыҫтан, клуб тирәһенән, талғын ғына музыка ағыла, байрам бит. Өйөнә кире инде, былай ҙа ялтыр миҙалдарын еңе менән һөртөп ялтыратты. Ҡояш та апаруҡ күтәрелде, урамда бала-саға ап-аҡ муйыл сәскәләрен тотоп, ауыл майҙансығына йүнәлә. Фәриҙәһенең ауыр һары һандығы алдына сүгәләне ҡарт. Гимнастёркаһын тартып сығарҙы, орден-миҙалдарын алды.

Хәтер ҡабат яңырҙы... 1945 йылдың яҙы, госпиталь. Ауыр яра менән уны килтерҙеләр. Аҙна-ун көндән һуң күҙҙәрен асты. Һары бөҙрә сәс, зәңгәр күҙҙәр, шәфҡәт туташы Ася. Үҙен өс айҙан ашыу ҡарап, тәрбиәләп, үлем тырнағынан алып ҡалды ул. Был Бәхтиәр­ҙең һуғышта йәшәү өсөн, тормош, туғандары, ауылына иҫән-аман әйләнеп ҡайтыр өсөн һуңғы көрәше булды. Тик үҙен әжәлдән ҡот­ҡарған ҡыҙ ғына хәтерендә илаһи бер фәрештә генә булып йәшәй.

Бәхтиәр ҡарт йыйынып бөттө, таяҡ та ҡулда, берсә пилоткаһын кейеп ҡараны, берсә эшләпәһен килештермәне. Ҡапҡаһын киң итеп асып ҡуйҙы. Ҡапыл йөрәк һулҡылдап типте, күҙ алдары ҡараңғыланды, янтайып барып муйыл төбөндәге эскәмйәгә ултырҙы. Башы ҡырынайып ҡына эскәмйә арҡаһына ятты. Ҡолаҡтарында тимер тауышы, теге йыуан немец һалдаты автоматы менән уның арҡаһына килтереп һуҡты. Күҙ алдынан миллионлаған һыҙыҡлы кейем кейгән әсир­ҙәр уҙа башланы.

Аҡыл ерҙә ҡалды, йән аллы-гөллө юл буйлап ап-аҡ ҡояш әйҙәгән бушлыҡҡа оса башланы. Ике йыһан бергә ҡушылды. Ана, унда теге сигелгән ҡулъяулығын тотоп, ҡаршыһына Фәриҙәһе йүгерә түгелме? Йәш лейтенант Остапенко: «Ҡандаҡҡулов, сәләм!» – тип һөрәнләй, уның һары мыйыҡтарынан, бөҙрә сәстәренән нур ағыла кеүек. Фронтташы Иван Бәхтиәргә ҡарап, мут йылмайып, төрөпкәһен көйрәтә. Болон буйлап ап-аҡ кейемле балалар, ҡатындар, ауылдаштары уйынға төшкән, бөтә ерҙә һиллек, паклыҡ, йәшеллек.

Ә ауылда бөгөн – байрам. Хәрби-патриотик йырҙар яңғырай. Халыҡ шау-гөр килә. Бәхтиәр ҡарттың йөҙөндә сикһеҙ ҡыуаныс сағылды, ул һуңғы тапҡыр йылмайып, күҙҙәрен мәңгегә йомдо.

Хакимиәт рәйесе ҡараштары менән ауылдағы бер­ҙән-бер ветеранды эҙләне, тик ул күренмәне. Тиҙ генә шофёрын саҡыртты, ҡарттың ейәне Айбулатты ултыртып, бабайға машина ебәрҙе. Улар килгәндә өйҙөң ишеге бикле ине. Күҙҙәре муйыл төбөндәге эскәмйәгә төштө. Ейәненең: «Олатай!» – тигән үҙәк өҙгөс тауышы һауала өҙөлөп ҡалды. Малай тотлоҡто, тубыҡтары ҡалтыранды, күҙенән йәштәре атылды. Әйтер­һең, бында ул ғына ғәйепле, ул бит һуңланы, олатаһын һуңғы байрамына алып барып еткерә алманы.

Ҡапыл талғын ел иҫте, муйыл сәскәләренең ап-аҡ тажы, һуңғы бер наҙ булып, Бәхтиәр бабайҙың яңы кос­тюмына, миҙалдарына ҡойолдо.


Ләйлә ИШБАЕВА.

Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.
Читайте нас в