-11 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
2 Октябрь 2020, 17:52

Өсмөйөшлө хат

Беҙ, XXI быуат балалары, хәҙер СМС ебәреп кенә аралашабыҙ. Ә элегерәк атай-әсәйем туғандары, дуҫтары менән хаттар яҙыш­ҡан. Шулай үҙ-ара бәйләнеш тотҡандар, хәл-әхүәл һорашҡандар.

Мин дә бер көндө Өфөлә йәшәүсе Айһылыу апайыма хат яҙҙым да конвертҡа һалып ебәрҙем. Әле бына уның яуабын бик тул­ҡынланып кө­тәм.

Ә һуғыш осоронда хаттар бөтөнләй башҡа төрлө – өсмөйөшлө булған. Ғәни олатайым фронттан шундай хаттар ебәргән. Зәкиә ҡартәсәй бар нәмәне бөртөкләп яҙып, яуап ебәргән. Уның бер хаты адресатын тапмай, кире ҡайт­ҡан. Ҡартәсәй бик хафалан­ған, тик бирешмәгән. Уның хатына «ҡара ҡағыҙ» һалып ебәрмәгәндәр бит, тимәк, иҫән, тип уйлап, үҙен тынысландырған. Ул ваҡытта Ғәни олатайым бик ҡаты яраланып, госпиталдә ят­ҡан бул­ған. 9 ай дауаланғандан һуң ғына тыу­ған яғына ҡайтҡан. Аҙаҡ та контузиянан һуң һөйләшә алмаған олатай менән 19 йыл яҙышып аңлаш­ҡандар.

Зәкиә ҡартәсәйем­дең һарғайып бөткән ғәрәп телендәге хатын улы Даим 75 йыл ҡәҙерләп һаҡлай. Олатайым уны миңә лә күрһәтте. Ҡулы­ма өсмөйөшлө хатты ал­ғас, зарығып ирен һу­ғыштан көткән ҡартәсәйемде нығыраҡ аңлағандай булдым. Үҙен ныҡ йәлләнем дә.

Ландыш РАМАҘАНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Читайте нас в